Бер фатирға туғыҙ хужа!03.04.2013
Хөкөм язаһына тарттырылған ҡатындың был аҙымға нисек йөрьәт иткәнен аңлауы ауыр. Еңел аҡса башты әйләндерә, тигәндәре дөрөҫтөр. Үҙе ваҡытлыса яллап торған фатирҙы тағы бер нисә кешегә тәҡдим итеп, кеҫәһен ҡалынайтырға булған ул. Хәйер, баш ҡалала фатир эҙләүселәр бихисап. Уларҙы ҡатын иғландар гәзите аша тапҡан.
Йүнсел ханым ҡармаҡҡа ҡапҡан “клиенттары” менән осрашып һөйләшә, фатирҙы күрһәтә һәм өс айға алдан түләүҙәрен һорай. Йәнәһе лә, ауыр хәлгә тарыған, тиҙ арала аҡса кәрәк, кредиттары түләнмәгән. Алдын-артын уйламаған клиенттар “хужабикә”гә 16 мең һум аҡса тоттора. Кемдең ҡала уртаһындағы уңайлы фатирҙан баш тартҡыһы килһен инде?! Ышанмаҫлыҡ та түгел шул. Үҙен “хужабикә” тип таныштырған кеше, паспортын күрһәтеп, аренда хаҡын алыуын раҫлаусы ҡағыҙ ҙа биргән.
– Әле бында йәшәгәндәр ике көндән фатирҙы бушатыр, килерһегеҙ, – тип оҙатып ҡалғас, “хужабикә” асҡысын да тотторған, ти! Торлаҡты яллаусылар уның был ишеккә яраймы-юҡмы икәнлеген тикшереп тә ҡарамаған. Тик бер килке ваҡыт үткәс, ҡатын уларҙы төрлөсә алдай башлай, һуңынан бөтөнләй телефонын һүндереп ҡуя. Әлеге фатирҙан күсеп китә. Ысын хужабикә өсөн бер-бер артлы аҡса таптырып мөрәжәғәт иткән кешенең күплеге — көтөлмәгән хәл.
Ат дағаһы бәхет алып киләме?
Күптән түгел Благовар, Бүздәк, Туймазы райондарында эш иткән ат ҡараҡтары ҡулға алынған. Тикшереү эше тамам, һәм ғәйеплеләр суд ҡарарын көтә. Бурҙар шул тиклем оҫта эш иткән, шуға ла хоҡуҡ һаҡлау органдарына уларҙың эҙенә төшөү еңелдән булмаған.
Тик Бүздәк районында булған хәл барыһын да үҙ урынына ҡуя. Фермерҙарҙың береһе кис ике атын тапмай. Күңелендә шик тыуғас, ул участка полицейскийы Рәмил Арудуановҡа мөрәжәғәт итә. Тәжрибәле хоҡуҡ һаҡсыһы, шул арала бер нисә төркөм ойоштороп, енәйәтселәрҙең эҙенә төшә. Өс сәғәттән ашыу барған сара уңышлы тамамлана: полиция хеҙмәткәрҙәре туғарылған аттарға юлыға. Оло юлға етәрәк ҡараҡтар, уларҙы ташлап, эҙҙәренә төшкән төркөмдән машинала ҡасып ҡотолмаҡсы булған. Полиция хеҙмәткәрҙәре бәхетенә, уларҙы берәү ҙә юлдаш итеп алмаған.
Ике туған ағалы-ҡустылы уғрылыҡ менән көн күргән. Береһенә – 30, икенсеһенә – 18 йәш. Сумкаларында бысаҡтар, бау, аҙыҡ-түлек, алкоголле эсемлектәр, тәмәке һәм тиҫтәләгән кеҫә телефоны табылған. 50 – 60 мең һум торған йылҡы малдарын ҡараҡтар ярты хаҡына ғына “осорған”.
Сәйер ҡунаҡ
Бер ханым табын ҡороп, дуҫ-иштәрен ҡунаҡҡа саҡырырға яратҡан. Күңел асырға сит-ят кешеләр ҙә килгеләгән. Ошондай байрамдарҙың береһенән һуң, иртәгәһенә генә айныған ҡатын үҙенең банк картаһын таба алмаған һәм шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткән. Банкоматҡа ҡуйылған видеокамера ярҙамында бурҙың кемлеген асыҡлауы ҡыйын түгел.
27 йәшлек ир был “ҡунаҡсыл” өйгә яҡын таныштары менән килеп эләгә. Табындаштар иҫереп йоҡлап киткәс, ул ҡатындың банк картаһын алып, аҡсаһына хужа була. 37 мең һум — бер ҡайҙа ла эшләмәгән, үҙ мөйөшө булмаған кеше өсөн арыу ғына аҡса инде! Юстицияның өлкән лейтенанты Әлмира Сираева, ирҙең башҡа енәйәттәргә ҡағылышын асыҡлай башлағас, хайран ҡала. Баҡһаң, уның намыҫында тағы ундан ашыу ҡырын эш бар икән. Телефон, автомагнитола, велосипед урлаған, кеше талауҙа ла ҡатнашҡан.