Демографик хәл яҡшыра02.04.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ижевскиҙа Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашты.

Уны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич үткәрҙе. Ултырышта округ төбәктәрендә демографик сәйәсәтте тормошҡа ашырыу хаҡында һүҙ барҙы.
Сара барышында төбәк башлыҡтары бөгөнгө демографик хәлгә баһа бирҙе, ыңғай һөҙөмтәләргә туҡталды, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын тикшерҙе.
Һуңғы бер нисә йылда Башҡортостанда демографик хәлдең яҡшырыуы күҙәтелә. Былтыр сабыйҙар һаны 5,1 процентҡа артһа, үлем кимәле 2,2 процентҡа түбәнәйгән (58 997 бала тыуған, 53 380 кеше вафат булған). Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан күп балалыҡ йәһәтенән беренсе урында бара — беҙҙә 34,5 мең ғаиләлә 100 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә.


Вернуться назад