Ҡапма-ҡаршылыҡлы осрашыуҙар02.04.2013
Көньяҡ Африка Республикаһының Дурбан ҡалаһында БРИКС илдәре саммиты үтеүе, Украина етәкселегенең бер юлы ике кәмә ҡойроғон тоторға маташыуы һуңғы көндәрҙең иғтибар үҙәгендә булды.

БРИКС-тың үҙ үҫеш банкы булырмы?

БРИКС илдәренең сираттағы саммиты байтаҡ ҡына шау-шыу тыуҙырҙы. Үҫешә барған был илдәрҙең форумы 2009 йылдан алып уҙғарыла. Бразилия, Рәсәй, Һиндостан һәм Ҡытайға 2011 йылда Көньяҡ Африка Республикаһы ла ҡушылды. Был илдәргә Ер шары халҡының 40 проценты тупланған, һәм донъя иҡтисадының 25 проценты улар иҫәбенә тура килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы мәлдәрҙә сит ил инвесторҙарының, айырыуса финанс компанияларының улар менән ҡыҙыҡһыныуы кәмене тип әйтергә кәрәк. Әлбиттә, бының үҙ сәбәптәре бар. 2008 йылдағы донъя иҡтисады көрсөгөн йырып сыға алғандан һуң инвесторҙар БРИКС илдәрен урап уҙып, йәнә АҠШ, Япония, Корея Республикаһы кеүек дәүләттәргә инвестиция һалыуҙы хуп күрә. Шуға ла саммитта нисек итеп инвесторҙар йәлеп итеү, Халыҡ-ара валюта фонды, Бөтә донъя банкы кеүек финанс ойошмаларға дәғүәсе булырлыҡ Үҫеш банкы төҙөү хаҡында һүҙ барҙы.
Халыҡ-ара валюта фонды, Бөтә донъя банкы — Европа илдәре ҡулында. Кәрәк саҡта ғына уларҙан ашығыс финанс ярҙамына өмөт итеп булмай. Шуға ла БРИКС илдәре үҙ ҡарамаҡтарында булған Үҫеш банкы булдырыу хаҡында һүҙ алып бара. Банктың устав капиталы 100 миллиард доллар булыр тип күҙаллана. Әммә ҡайһы ил күпме өлөш индерергә тейешлеге, банктың төп офисы ҡайҙа урынлашасағы аныҡ ҡына билдәләнмәне. Йәғни, әлегә идея бар, әммә уны нисек тормошҡа ашырыу юлдары билдәле түгел. Тәүге өлөш индереүгә килгәндә, ысынлап та, биш илдең мөмкинлеге биш төрлө. Ошо урында һәр илгә ҡыҫҡаса туҡталып үтеү маҡсатҡа ярашлы булыр ине.
Исемлектең башында тороусы Бразилияла эске тулайым продукт үҫеше 2010 йылда 7,5 процент булһа, былтыр был күрһәткес 0,9 проценттан артманы. Халыҡтың мәшғүллеге юғары булыуға ҡарамаҫтан, иҡтисади үҫеш тотороҡло ғына түгел, һәм шул сәбәпле инвесторҙар был илгә аҡса һалырға атлығып бармай.
Рәсәй иҡтисадында ла үҫеш күҙәтелмәй. Хөкүмәт әлегә ысынбарлыҡты йәшереп ҡалырға маташа. Әммә бының кире эҙемтәләргә алып килеүе ихтимал. Бындай йомоҡлоҡ сит ил инвесторҙарын өркөтә. Быйыл эске тулайым продукт үҫеше 5 процент булыр тип күҙаллана. Тик бындай үҫеш темпы менән генә алыҫ китеп булмай шул.
Һиндостандың да хәле Рәсәйҙеке менән бер сама. Йәғни, эске тулайым продукт үҫеше 5 проценттан артмай. Шул уҡ ваҡытта иҡтисади үҫеште арттырыу буйынса илдең эске резервтары етерлек.
Биш ил араһында Ҡытай һәр йәһәттән дә лидер. Илдең эске тулайым продукт үҫеше былтыр 7,8 процент булғайны һәм быйыл да ошо сама булыр тип көтөлә. Әйтергә кәрәк, һуңғы 13 йылда был — иң насар күрһәткес. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ошо үҫеш темпы һаҡлана ҡалһа, алдағы өс йылда Ҡытай иҡтисади үҫеш буйынса АҠШ-ты уҙып китәсәк. Ҡытайҙың яңы етәкселеге быны төп маҡсат итеп ҡуя.
Көньяҡ Африка Республикаһының эске тулайым продукт үҫеше былтыр 2,5 процент булғайны, быйыл иһә 2,7 проценттан артмаясаҡ тип көтөлә.
Донъя кимәлендә эске тулайым продукт үҫеше буйынса Ҡытай — икенсе, Бразилия — алтынсы, Рәсәй — туғыҙынсы, Һиндостан — унынсы, Африка Республикаһы — егерменсе урында. Шул уҡ ваҡытта йән башына алынған килем буйынса Ҡытай – 86, Бразилия – 54, Рәсәй – 52, Һиндостан – 136, Көньяҡ Африка Республикаһы 69-сы урынды биләй. Күренеүенсә, милли байлыҡты байҙар менән ярлылар араһында бүлгеләү тигеҙ түгел. Ошондай шарттарҙа Үҫеш банкына күпме иғәнә индереү мәсьәләһе, ысынлап та, бәхәскә әүерелә шул. Йән башына алынған килем күләме буйынса башланғыс взносты Рәсәй күберәк индерергә тейеш булһа, эске тулайым продукт үҫеше нисбәте буйынса алғанда, 100 миллиард долларҙың 41 миллиардын Ҡытай сығарып һалырға тейеш була. Шуға ла саммитта был мәсьәлә хәл ителмәйенсә ҡалды.
БРИКС ойошмаһы Европа союзына ҡаршы торорлоҡ берекмә иҫәпләнһә лә, биш ил араһында эске ҡаршылыҡтар ҙа етерлек. Һиндостан менән Ҡытай араһында бәхәсле биләмәләр бар. Рәсми Пекин менән Мәскәү иһә Урта Азия илдәренә йоғонто яһау өсөн көрәш алып бара. Рәсәй, Бразилия һәм КАР сеймал экспортлаусы булһалар, Һиндостан менән Ҡытай, киреһенсә, сеймал импортына иҫәп тота. Унан килеп, Ҡытайҙың социалистик ҡоролошло булыуы, Рәсәйҙең был ҡоролоштан баш тартыуы, ә Бразилия, КАР һәм Һиндостандың демократик юл менән үҫешеүе был ил етәкселәренең фекер айырмалығына алып килә. Ошоларҙан сығып ҡарағанда, БРИКС әлегә ЕС-ҡа дәғүәсе була алмай, һәм биш ил лидерҙары быны үҙҙәре лә аңлай.

Украина ике союз дәүләте булырға ниәтләй

Үткән аҙнала Мәскәүгә Украинаның сит ил эштәре министры Леонид Кожура килде һәм үҙенең Рәсәйҙәге коллегаһы Сергей Лавров менән осрашты. Был осрашыуға әллә ни әһәмиәт бирмәҫкә лә булыр ине. Министр ил етәксеһе түгел, уларҙың осрашыуы бөтмәҫ, тип уйлаусылар ҙа хаҡлы. Әммә илдең тышҡы сәйәсәтен тап сит ил эштәре министрҙары билдәләй. Украинаның күптән Көнбайыш Европаға тартылыуы билдәле. Ошо ынтылышы һөҙөмтәһендә Украина ОБСЕ-ла (Европала хеҙмәттәшлек һәм хәүефһеҙлек буйынса ойошма) рәйеслек итеү хоҡуғы алды. Киләсәктә иһә рәсми Киев Европа союзында ла, Таможня союзында ла ирекле сауҙа бәйләнеше урынлаштырыу уйы менән яна. Йәғни, бер юлы ике кәмә ҡойроғон тотмаҡсы. Владимир Путин Украина президенты Виктор Янукович менән быйылғы осрашыуында Украинаны Таможня союзына (Рәсәй, Ҡаҙағстан, Белоруссия) инергә димләгәйне һәм был союздың Украина иҡтисады өсөн өҫтөнлөктәрен дә атағайны. Тик Путин шундай шарт ҡуйҙы: Таможня союзына тулы хоҡуҡлы ағза булып ингән осраҡта башҡа союзда тороп булмаясаҡ. Йәғни, Таможня союзына иҫәп тотҡан осраҡта ЕС-тан баш тартырға кәрәк булып сыға. Әле килеп, Украина ике ултырғысҡа бер юлы ултырмаҡсы. Был тәңгәлдә Рәсәй үҙ позицияһын белдерҙе. Европа союзы етәкселеге лә Украинаның бындай аҙымын хупламаҫ, тип ышанғы килә.


Вернуться назад