Финанс ярҙамы бүленәсәк30.03.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Константин Цицин менән осрашты.

Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау һәм халыҡты авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программалары буйынса республика менән Фондтың артабанғы хеҙмәттәшлеге тураһында һүҙ барҙы. 2008—2012 йылдарҙа Башҡортостан ошо эштәргә 10,7 миллиард һумлыҡ (капиталь ремонтҡа — 6,4 миллиард, граждандарҙы күсереүгә — 4,3 миллиард һум) финанс ярҙамы алған. Адреслы программаларға ярашлы, күп фатирлы 1 172 йорт төҙөкләндерелгән (уларҙа 240 мең кеше йәшәй), авария хәлендәге 603 өйҙән 16 мең кеше күсерелгән.
Башҡортостанда ошо программаларҙы артабан тормошҡа ашырыу мәсьәләләре лә тикшерелде. 2013–2015 йылдарҙа Фонд республикаға 4,7 миллиард һумдан ашыу финанс ярҙамы бирәсәк.


Вернуться назад