Халыҡ фронты сафҡа баҫа29.03.2013
Кисә Дондағы Ростов ҡалаһында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының ике көнлөк конференцияһы башланды. Сара социаль сәйәсәт, тигеҙлек, ғәҙеллек мәсьәләләренә арнала. Бынан тыш, бәләкәй эшҡыуарлыҡ, төбәктәрҙә дауаханалар, мәктәптәр ябылыуы һәм башҡа мәсьәләләр ҡарала.
Был саранан һуң фронт Владимир Путиндың сәйәсәтен хуплаусыларҙы берләштергән йәмәғәт хәрәкәте булараҡ теркәләсәк. Конференцияға Рәсәй Президентының 200-ҙән ашыу ышаныслы кешеһе һәм 500-ҙән ашыу вәкил килгән. Социаль темаға арналған “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо. Күтәрелгән темаларҙың барыһы ла халыҡ фекерен өйрәнгәндән һуң тәҡдим ителгән. Конференцияны ойоштороу комитеты башлығы Андрей Бочарев белдереүенсә, ҡаралған мәсьәләләрҙең барыһы ла Владимир Путинға тәҡдим ителәсәк.
Сарала Рәсәй Президентының ышаныслы кешеләрен берләштергән сайттың исем туйы ла үтте. Ул халыҡтың власҡа ышанысын арттырыу, борсоған мәсьәләләрҙе туранан-тура еткереү өсөн булдырылған. Сайт эшен апрелдән башлай. Ә инде йәмәғәт хәрәкәтенең съезын июндә уҙғарыу күҙҙә тотола.