Вәкәләт — биш йыл29.03.2013
Вәкәләт — биш йылБынан ары, һайлау ҡануниәтенә индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, участка һайлау комиссиялары биш йылға төҙөләсәк. Кисә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре етәкселәре менән берлектә кәңәшмәлә шул турала мәғлүм булды.

Төп доклад менән Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев сығыш яһаны. Тәүҙә ул республикала һуңғы арала барлыҡҡа килгән сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре етекселәре менән танышты. Хәҙер республикала теркәлгән партиялар һаны 36-ға еткән.
Башҡортостанда барлығы 3 мең 452 участка булдырылған, уларҙың 37-һе һайлаусыларҙың ваҡытлыса булған урындарында (дауаханалар, профилакторийҙар, шифаханалар, төрмә һәм башҡалар) эшләйәсәк.
Участка һайлау комиссияларын формалаштырыуҙа дүрт парламент һәм 11 сәйәси партияның төбәк бүлексәһе ҡатнашҡан. Мәҫәлән, “Берҙәм Рәсәй” партияһы комиссия составына үҙенең 3,4 мең вәкилен, КПРФ менән “Ғәҙел Рәсәй” — 3-әр меңдән ашыу, ЛДПР — 1,8 мең һәм башҡа партиялар 5,2 мең кандидат тәҡдим иткән. Урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары тарафынан 2700-ҙән ашыу кеше күрһәтелгән. 28 мең урынға барлығы 30 мең самаһы кандидатура дәғүә иткән.
Кандидатураларҙы урындағы һайлау комиссиялары ағзалары Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы һәм Федераль миграция хеҙмәте менән берлектә тикшергән. Ни өсөн тигәндә, федераль законға ярашлы, һәр теләгән кеше лә хәл иткес тауыш биреү хоҡуғы булған комиссия ағзаһы итеп һайлана алмай.
— Тикшереү асыҡлауынса, 19 кандидаттың урындағы үҙидараның вәкәләтле органы депутаты, 72 кешенең хөкөм ителгән икәнлеге асыҡланды, бер кеше — икенсе ил гражданы. Әлбиттә, улар комиссия ағзаһы булып үтә алмай, — тине Хәйҙәр Вәлиев.


Вернуться назад