Сергей Афонин — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры17.12.2011
Сергей Афонин — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры16 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Сергей Афонинды Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Әлегә тиклем Сергей Афонин республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары ине.
Афонин Сергей Иванович 1959 йылдың 25 ғинуарында Күмертау ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын һәм Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1978 йылда Күмертау вертолет заводында фрезеровщик булып башлай. 1978 — 1980 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Унан һуң Күмертау ҡалаһының “Искра” заводында, Күмертау авиация етештереү берекмәһендә төрлө вазифаларҙа эшләй. 1990 — 1996 йылдарҙа Күмертау ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы, генераль директоры була. 1996 — 2010 йылдарҙа — Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы. 2010 — 2011 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары булып эшләй.


Вернуться назад