Яңы хужа үҙенсә күҙаллай28.03.2013
Яңы хужа үҙенсә күҙаллайКөслө спорт ротаһы кәрәк

Апрелдән Рәсәй армияһында Анатолий Сердюков заманында юҡ ителгән спорт роталары тергеҙеләсәк. Был хаҡта илдең Оборона һәм Спорт министрлыҡтары хәбәр итте. Әле был ведомстволар, 400-гә яҡын спортсынан исемлек төҙөп, уларҙы хәрби хеҙмәткә саҡырырға йыйына.

– Таһыллы йәштәрҙең киләсәген хәстәрләп, уларҙы төп шөғөлөнән айырмайынса, уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ, – ти Оборона министрлығының матбуғат идаралығы начальнигы Игорь Конашенков. – Спортта һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшкән һалдаттарға ҙур өмөт бағлайбыҙ. Иң һәләтлеләренең Рәсәйҙең Олимпия йыйылма командаһына инеүе лә ихтимал.
СССР заманындағы кеүек көслө хәрби спорт подразделениеларын тергеҙеү бурысын былтыр оборона министры Сергей Шойгуға ил Президенты Владимир Путин йөкмәткәйне.
Спорт министрлығы иһә йыл һайын хәрби хеҙмәткә яраҡлылар араһынан 400-гә яҡын шәп спортсыны билдәләп, уларҙың исемлеген төҙөргә бурыслы. Үҙ сиратында Оборона министрлығы һайлап алынған егеттәрҙе Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар һәм Дондағы Ростов ҡалаларының махсус казармаларына хәрбиЯңы хужа үҙенсә күҙаллай хеҙмәткә ебәрәсәк.
– Спорт роталарына эләккәндәр ҙә бер йыл хеҙмәт итә, хәрби билет та, устав та шул уҡ. Спортсыларҙың рационы, көн тәртибе генә ябай һалдаттыҡынан айырыла. Совет осорондағы спорт подразделениеһын тергеҙәсәкбеҙ, – тип белдерә Игорь Конашенков.
Армияла спорт роталары 2008 йылда тарҡатыла, сөнки уларҙағы һалдаттар хәрби частарҙа бер көн дә хеҙмәт итмәй, ни бары исемлектә теркәлгән була. Был күренеш, әлбиттә, күптәргә оҡшап етмәй. Мәҫәлән, "Национальная оборона" журналы мөхәррире Игорь Коротченко спорт роталарының тергеҙелеүенә ҡаршы. "Әгәр әлеге ниәт тормошҡа ашһа, спортсылар тағы ла армиянан ҡасыу яғын ҡараясаҡ", – ти ул. Ә бына "Офицеры России" Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы башлығы Антон Цветков, киреһенсә, спорт роталарының яңынан ойошторолоуын хуплай һәм бындай частарҙа хеҙмәт итергә теләүселәр күп буласаҡ тигән фекерҙә. Бөгөнгө талантлы спортсыларҙың да күбеһе спорт роталарының тергеҙелеүенә, ниңәлер, ҡаршы. Мәҫәлән, футболсы Александр Мостовой спорт менән армия тормошон бер үк ваҡытта алып барып булмаясағын, ротаны тергеҙеүҙән бер ниндәй фәтүә сыҡмаясағын билдәләй. "Аяғында – кирза итек, башында – противогаз, ҡулында автоматы булғанда, ниндәй ахмаҡ спорт тураһында уйлай икән?" – тип ғәжәпләнә футболсы.
Сенатор һәм билдәле хоккейсы Вячеслав Фетисов иһә спорт роталарының бөгөн айырыуса кәрәклеген билдәләй.
– Сердюковтың спорт роталарын ни өсөн япҡанын аңламайым. Шуны ла әйтергә теләйем: егетмен тигән һәр кем хәрби хеҙмәттә булырға тейеш, минеңсә, – ти ул.
Ә Оборона һәм Спорт министрлыҡтары киләсәк Олимпия уйындарында спортсы-һалдаттар юғары һөҙөмтәләргә өлгәшер тигән өмөттә ҡала.

Һалдат ҡайышы ла тарихта ҡалырмы?


Хәрби кейем хаҡында бәхәс ҡуйыра торғас, сылғауҙан һуң һалдат ҡайышына ла сират етте. Тәүгеһенән киләһе йылда уҡ баш тартыуҙары бар. Оборона министрлығында шундай ҡарар сығарғандар. Ә бына саҡырылыш буйынса хәрби хеҙмәт ваҡытына әлегә ҡағылмайҙар.

Һалдат ҡайышы ошоғаса армия хеҙмәтенең төп символдарының береһе булып ҡала. Хәҙер иһә "армияға алдылар – билгә ҡайыш һалдылар" йәки "билен ҡыҫып быуған, тиҙәр, һалдатта булған, тиҙәр" кеүек йырҙарҙың һүҙҙәрен үҙгәртергә тура килмәгәйе. "Известия" гәзите хәбәр итеүенсә, быйылдан һалдаттарға бил ҡайышы бирмәй башлаясаҡтар. Модельер Валентин Юдашкин бынан бер нисә йыл элек әҙерләгән хәрби формала ла бил ҡайышына урын табылмаған. Әммә ул саҡтағы министр Анатолий Сердюковтың бойороғо нигеҙендә ҡайыш үҙ урынында ҡалып килде. Устав буйынса, уны китель, бушлат йәки шинель өҫтөнән тағалар. Йондоҙло ҡайыш кейемдең бер өлөшө генә түгел, хәрби кәрәк-яраҡ та булып һанала. Унда автомат һәм пулемет магазиндары, фляжка, штык-бысаҡ, противогаз, бәләкәй генә көрәк тағыла. Бөгөнгө яҫы һалдат ҡайышы урынына нейлондан яһалған салбар ҡайышы буласаҡ, ти. Билдәле булыуынса, ғинуарҙа оборона министры Сергей Шойгу йыл аҙағына тиклем сылғауҙан да баш тартырға кәрәклеген әйткәйне. "Был иҫкелек ҡалдығын бөтөрөргә кәрәк. 2013 йылда йәшәйбеҙ, үҙебеҙ иһә һаман сылғау тураһында һөйләйбеҙ", – тине министр.
Ҡораллы Көстәрҙәге үҙгәрештәр сылғау йә ҡайыш менән генә сикләнмәй. Февраль аҙағында Оборона министрлығының Рәсәй Президенты ҡатнашлығындағы коллегия ултырышында ла был хаҡта һөйләштеләр. Владимир Путин Сергей Шойгуға элекке министр Анатолий Сердюков башлаған реформаларҙың төп йүнәлештәренән баш тартмаҫҡа кәңәш итте. Ил башлығы әйтеүенсә, уларҙың барыһы ла уңышлы килеп сыҡмаған.
Билдәле булыуынса, "Рособоронсервис" ойошмаһы тирәләй ҡупҡан шау-шыуҙан һуң 2012 йылдың ноябрендә Анатолий Сердюков отставкаға китте. Уның урынына элек ғәҙәттән тыш хәлдәр министры, Мәскәү өлкәһе губернаторы булып эшләгән Сергей Шойгуны билдәләнеләр. Яңы министр шунда уҡ армия тормошона үҙгәрештәр индерә башланы. Әйтәйек, күптән түгел Ҡораллы Көстәрҙә мичман һәм прапорщик вазифаларын кире ҡайтарыуҙары тураһында билдәле булды. Шуныһын билдәләргә кәрәк: Шойгуның эшенән хәрбиҙәрҙең күпселеге ҡәнәғәт.


Вернуться назад