Дуҫлыҡ бик ҡиммәткә төшмәксе28.03.2013
Уҙған аҙнала Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпиндың Мәскәүгә эш сәфәре, Кипр тирәһендәге хәл-ваҡиғалар иғтибар үҙәгендә булды.
Йомшаҡ һөйләп, ҡатыға ултыртмаһа ярай ҙа
Яңыраҡ ҡына ил башлығы вазифаһында рәсми рәүештә эш башлаған Си Цзиньпиндың Рәсәйгә килерен алдан уҡ көткәйнеләр. Был ваҡиғаға ике яҡтан да ҙур әһәмиәт бирелә. Ни өсөн тигәндә, ике дәүләт араһындағы бәйләнештәр күптән яйға һалынған. Си Цзиньпин Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуында хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Был сауҙа, сәнәғәт өлкәләренә генә түгел, берлектә хәрби ҡеүәтте үҫтереү, Йыһанды үҙләштереү, халыҡ-ара сәйәси майҙанда бер һүҙле булыу кеүек мәсьәләләргә лә ҡағыла. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй-Ҡытай хеҙмәттәшлеге үҫә барып, тауар әйләнеше күләме 82 миллиард доллар тәшкил итһә лә, өлгәшелгәндәр сик түгел. 2015 йылға тиклем был күрһәткесте 100 миллиард долларға еткереү күҙаллана. Әммә Рәсәй яғын ул ғына ҡәнәғәтләндермәй. Ни өсөн тигәндә, Ҡытай менән АҠШ араһындағы тауар әйләнеше күләме йылына 400 миллиард доллар самаһы тәшкил итә, ә Европа союзы илдәре менән сауҙалашыу һөҙөмтәһе 500 миллиард долларға етә.
“Рәсәй нимә иҫәбенә тауар әйләнешен арттырырға иҫәп тота һуң, былай ҙа барлыҡ ваҡ-төйәк Ҡытайҙыҡы бит инде?” тигән урынлы һорау тыуыуы бар. Әлбиттә, сеймал иҫәбенә. Рәсәй Ҡытайға нефть эшкәртеү заводы төҙөшөүҙе һәм шунда “ҡара алтын”, “зәңгәр яғыулыҡ” оҙатып тороуҙы бурыс итеп ала. Ҡытайҙың быға тиклемге етәкселеге Рәсәй сеймалын осһоҙландырыу маҡсатында Ҡаҙағстандың, Төркмәнстандың углеводород ятҡылыҡтарын үҙләштерҙе, шулай уҡ Яҡын Көнсығыш, Латин Америкаһы, Африка илдәре менән килешеүҙәр төҙөнө һәм шунан һуң ғына Рәсәй яғына ныҡлап йөҙ борҙо. Ә беҙҙекеләр быны дуҫлашырға, хеҙмәттәшлекте киңәйтергә ынтылыш тип баһалай. Уныһы ла барҙыр, тик бөгөнгө Ҡытайҙы Рәсәй менән дуҫлашыуға ҡарағанда осһоҙораҡ хаҡҡа нефть менән газын алып тороу ҡыҙыҡһындыра. Был йәһәттән улар маҡсаттарына өлгәшә килә.
Рәсәй сеймалына ҡыҙығыуҙарының үҙ сере лә бар. Сит илдән һатып алынған нефть менән газдың 80 проценты Ҡытайға диңгеҙ аша, йәғни танкерҙар менән килтерелә, ә был — бик хәүефле аҙым. Берәй сетерекле хәл килеп тыуып, Малак боғаҙын АҠШ хәрбиҙәре яба ҡалһа, Ҡытай сеймалһыҙ тороп ҡаласаҡ тигән һүҙ. Ә бына Рәсәйҙән торба аша газ һәм нефть һурып ятыу күпкә хәүефһеҙерәк. Етмәһә, “Роснефть” менән “Газпром” берекмәләре үҙҙәре үк Ҡытайға сеймал һатыуҙы арттырыу яғында. Шуға ла алдағы 25 йылға килешеү төҙөп ҡуйыу ике яҡтың да мәнфәғәтенә тура килә. Рәсәй яғы, Ҡытай лидерына яҡшатланыпмы, “барлыҡ кәрттәрҙе асып һалды” — уны илебеҙҙең Ҡораллы Көстәренә оператив идара итеү үҙәге менән дә таныштырҙылар. Си Цзиньпин был Үҙәк менән танышҡан берҙән-бер сит ил етәксеһе булараҡ тарихта ҡалыр, моғайын. “Буласаҡ дуҫлыҡ хаҡына тәүгә килгән кешегә улай уҡ асылып китеү дөрөҫмө икән?” тигән урынлы һорау тыуа. Хәйер, Рәсәй сәйәсәтен аҡыл менән генә аңлап бөтөп булмай шул.
Артабан Ҡытай лидеры эш сәфәре менән Танзанияла, Конгола һәм, БРИКС илдәре саммиты программаһына ярашлы, Көньяҡ Африка Республикаһында буласаҡ. Әйткәндәй, БРИКС илдәренең 5-се саммиты барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин Һиндостан Республикаһы премьер-министры Манмохан Сингх менән осрашты, Сүриәләге һәм Афғанстандағы хәл-ваҡиғаларҙы тикшерҙе. Кипрға бәйле күңелһеҙ хәл дә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Беҙҙекеләр һабаҡ алырмы?
Кипр тигәндән, үткән аҙнала был утрау-ил барлыҡ донъя йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Башта ваҡиғалар ағышына бер аҙ аңлатма биреп китеү кәрәктер. Европа союзында ағза булып торған ике тиҫтәнән ашыу илдең финанс министрҙары бергә йыйылып, Евротөркөм төҙөнө һәм уның ултырышында Кипрҙың финанс хәле, ошо илдең банктарындағы Рәсәй аҡсаһы мәсьәләләре тикшерелде. Беҙҙең олигархтар унда байтаҡ мөлкәтен һаҡлаған икән. Эйе, Европалағы финанс көрсөгө Кипрҙы урап уҙманы. Был илгә дефолт янай ине. Иҡтисади бәләнән уны Рәсәй аҡсаһы иҫәбенә ҡотҡармаҡсы Евротөркөмдө ойоштороусылар. Кипрҙағы банктарҙа ятҡан вкладтарҙан һалым алыу, шул юл менән әлеге илдең финанс мәсьәләләрен хәл итеү тураһында һүҙ бара. Олигархтарыбыҙ дыу ҡупты, был турала яҙмаған гәзит, күрһәтмәгән канал ҡалмағандыр. Рәсәй етәкселеге лә Евротөркөмдөң, Кипр хакимдарының әлеге тәҡдименә ҡарата ҡырҡа ҡаршы сығыш яһаны. Сит ил банктарында аҡса һаҡлаусылар мәнфәғәтен яҡлауға ҡарағанда, шул байлыҡты сик аша сығартмау сараһын күреү, Рәсәй файҙаһына ҡулланыу отошлораҡ булмаҫ инеме икән? Ә бит быны эшләп була! Сит илдә аҡса йәшереүселәр өсөн Кипр ваҡиғаһы һабаҡ булыр тип ышанғы килә.