Үҙгәрештәр күп буласаҡ27.03.2013
Илдә торлаҡ мәсьәләһен етди рәүештә хәл итергә булдылар, ахырыһы. Бының күптәр өсөн иң мөһим проблеманың береһе булыуын иҫәпкә алһаҡ — бындай ҡараш тәбиғи. Өфөлә уҙған Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе лә ошо хаҡта һөйләй. Кисә Конгресс-холда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары ҡатнашлығында “Рәсәй Федерацияһының торлаҡ ҡануниәтендә яңылыҡтар. Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса төбәк системаларын булдырыу һәм 2013–2015 йылдарға торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға ярҙам итеү фонды эшмәкәрлеге” тигән тема буйынса ойошторолдо ул.
Кәңәшмәне Рәсәй Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе Галина Хованская алып барҙы. Форумда Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, төбәктәр вәкилдәре, башҡарма власть органдары ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев менән Рәсәй Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе Павел Крашенинников сәләмләне.
Илдә торлаҡты коммерцияға ҡарамаған ҡуртымға алыу институты барлыҡҡа киләсәк. Әле ошондай фонд булдырыу тураһындағы закон проекты Дәүләт Думаһында беренсе уҡыуҙа ҡаралған.
— Төбәктәрҙәге депутаттарҙы эшкә әүҙем ҡушылырға һәм икенсе уҡыуға тәҡдимдәрен әҙерләргә саҡырам. Был институт Рәсәй өсөн яңы булһа ла, Көнсығыш Европа өсөн әллә ҡасан яңылыҡ түгел, — тине Галина Хованская.
Билдәле булыуынса, Торлаҡ кодексын ҡабул иткәндән һуң бюджет өлкәһендә эшләгән йәш ғаиләләргә торлаҡты баҙар хаҡы буйынса ҡуртымға алыу бик ауырлаша. Социаль торлаҡҡа сиратҡа аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе ҡуялар, ә бюджет өлкәһендә эшләүселәр улар иҫәбенә инмәй. Йәштәргә килеменең 80 процентҡа тиклемен ҡуртым фатиры өсөн ҡалдырырға тура килә. Әле булдырыласаҡ фонд тап ошо проблеманы хәл итеүҙе күҙаллай.
— Был законды ҡабул иткәндә Рәсәйҙең махсус һыҙаттарын күҙ уңында тоторға кәрәк, — ти Галина Хованская. — Үҙгәрештәрҙе Торлаҡ кодексына ғына түгел, ә Ер, Ҡала төҙөлөшө, Һалым кодекстарына ла индереү мөһим. Ни өсөн тигәндә, төҙөүсенең коммерцияға ҡарамаған торлаҡ төҙөүҙә ҡыҙыҡһыныуы булырға тейеш. Фондты булдырыуҙа Рәсәй төбәктәренең ярҙамы талап ителә.
Торлаҡты капиталь ремонтлау йәһәтенән, Галина Хованская әйтеүенсә, федераль закондарҙың үҙгәреүе сәбәпле, көсөргәнеш төбәктәр иңенә төшәсәк.
— Бында эште урындағы ҡануниәт органы башҡарасаҡ. Улар ҡабул итәсәк законда барлыҡ төп мәсьәләләр билдәләнергә тейеш. Федераль кимәлдә эшләнгәне ни бары сиктәрҙе генә билдәләй, ә аныҡлыҡты һәр төбәк үҙе индерһен, — тине комитет рәйесе.
Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе кискә тиклем дауам итте. Уның барышында башҡа күп мәсьәләләр ҡаралды, яҡын арала ҡабул ителәсәк башҡа закон проекттары тикшерелде, фекер алышыу йәнле барҙы.