Ҡануниәттәге үҙгәрештәр27.03.2013
Һалымдар яурынды баҫа...
Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә күсемһеҙ милеккә объекттың кадастр хаҡынан сығып иҫәпләнеүсе һалым индерелә.
Яңылыҡтың тәүҙәрәк бөтә илдә түгел, ә алдынғы төбәктәрҙә һәм муниципалитеттарҙа юл ярыуы мөмкин. Ҡалғандарға әҙерлек өсөн ваҡыт бирелә. Һалымдың урындағы ҡаҙнаны байытыуын иҫәпкә алһаҡ, власть әһелдәренең эште йәһәтләргә тырышыуы ғәжәп тойолмаҫ, сөнки аҡса бөгөн һәр кемгә кәрәк.
Фатир хужаларына яңылыҡ шатлыҡ килтермәҫ, әлбиттә. Федераль һалым хеҙмәте 2011 йылда ғәҙәти фатирға йылына 685 һумлыҡ һалым һалһа, хәҙер был һан 1 466 һумға тиклем үҫәсәк. Ә тулайым дөйөм Рәсәй һалым йыйымын 5,63 тапҡырға арттырыу маҡсаты ҡуйылған.
Йыл башынан ҡайһы бер үҙгәрештәргә шаһит булдыҡ. Әлегә тиклем илдә һалым ставкаһы торлаҡ хаҡының 0,1 процентын тәшкил итһә, ғинуарҙан был норма хаҡы 300 миллион һумдан артмаған объектҡа ҡарата ғына ҡулланыла. Әгәр хаҡы юғарыраҡ икән, һалым ставкаһы ла 0,5 процентҡа тиклем күтәрелә. Шундай хәбәр ҙә бар: майҙаны 1000 квадрат метрҙан артҡан элиталы, ҡиммәтле торлаҡ хужаларының һалымды күберәк түләүе ихтимал. Бындай хан һарайҙары өсөн һалым ставкаһы йорттоң хаҡынан 2 процент тәшкил итеүе мөмкин.
Рәсәйҙәрҙең йәнә башы ҡатасаҡ: ғәҙәти фатирҙар өсөн һалым ғәҙел һалынырмы? Фатирҙың баҙар хаҡын дөрөҫ иҫәпләрҙәрме? Табыш артынан ҡыуып, ябай фатирҙың да хаҡын күккә күтәрерлек итеп баһаламаҫтармы? Яңы һалымдың йәштәр өсөн дә, ҡарттар өсөн дә, ишле ғаиләләр, яңғыҙаҡтар өсөн дә "ауыртмаған башҡа тимер таяҡ" буласағы сер түгел. Халыҡтың күбеһе элеккесә ҡыҫынҡы, бәләкәй фатирҙарҙа йәшәүҙән арына алмаясаҡ. Беҙҙә йорт хужалары ни бары 20 квадрат метр майҙан өсөн генә һалым түләмәйәсәк. Бөтә ҡалған майҙан "артыҡ" тип иҫәпләнә һәм уға тулыһынса һалым һалына. Хатта Украинала ла һалым йөгөнән азат майҙан минимумы Европа нормативы күләмендә: фатир хужалары өсөн — 120, шәхси йортта йәшәүселәр өсөн — 250 квадрат метр.
Эксперттарҙың әйтеүенсә, зиннәтле һарайҙарға ғына һалым һалыу социаль яҡтан ғәҙел булыр ине. Яңы закон ябай халыҡтың тормошон йәнә ауырайтасағы көн кеүек асыҡ.
Эшһеҙ ятыу егетлек түгел
"Рәсәй Федерацияһында халыҡтың мәшғүллеге тураһында"ғы Законға үҙгәрештәр индереүсе федераль закон проекты Хөкүмәт ултырышында хупланды.
Бынан ары эш биреүселәрҙең вакантлы эш урындары хаҡындағы мәғлүмәттәрендә хеҙмәткәрҙең эшлекле сифаттарына бәйле булмаған, кеше хоҡуҡтарын ҡыҫыуға йүнәлтелгән сикләүҙәр булмаҫҡа тейеш. Законды боҙоусыларҙың административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуы мөмкин.
Эшләргә теләге булған, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы тәғәйенләнгән граждандарҙың һөнәри әҙерлеген ойоштороу, квалификацияһын камиллаштырыу бурысын төбәктәрҙең башҡарма власы органдары үтәйәсәк.
Армия хеҙмәтенән ҡайтҡан егеттәр өс йыл дауамында профессиональ әҙерлеген, квалификацияһын камиллаштырыу буйынса өҫтөнлөккә эйә.