Төҙөгәндең киләсәге бар26.03.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Белорет районында һәм ҡалаһында булды.
Тимер юлсылар ауылында республика етәксеһе “Башлеспром” компанияһының ағас эшкәртеү комплексын, атап әйткәндә, таҡта ярыу буйынса автоматлаштырылған линияһын ҡарап сыҡты. Әле бында сит илдә етештерелгән яңы пилораманы көйләү бара. Тәүге сиратын төҙөүгә предприятие 480 миллион һум аҡса тотонған.
Президент комплексҡа идара итеү пультын ҡараны, юғары технологияларҙы билдәләне, шулай уҡ киптереү камералары, етештереү ҡалдыҡтары ярҙамында эшләгән ҡаҙанлыҡ менән танышты.
Эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты ҡараған икенсе объект “Дефицит” театр студияһы булды. Ул 1987 йылда Металлургтар мәҙәниәт һарайының элекке урыҫ халыҡ театры нигеҙендә ойошторолған, республикала профессиональ актерҙар түгел, ә һәүәҫкәрҙәр уйнаған берҙән-бер муниципаль театр булараҡ билдәле. Былтыр бында тамаша залы реконструкцияланған, яңы яҡтыртыу ҡорамалдары, тауыш аппаратураһы ҡуйылған. Яңыртыу эшенә муниципаль ҡаҙнанан 11 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Учреждение хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, һәр спектакль бында бик күп тамашасыны йыя. Рөстәм Хәмитов майҙансыҡҡа бөтә республиканан театр коллективтарын, сәнғәт оҫталарын әүҙемерәк йәлеп итеү тәҡдимен индерҙе.
Артабан Рөстәм Хәмитов 2-се поликлиникала булды. Медицина учреждениеһы 1966 йылда төҙөлгән, әле 21 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә.
Президентҡа бинала бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәүе хаҡында һөйләнеләр. Төҙөкләндереү эшенә 28 миллион һум аҡса кәрәк. Республика етәксеһе билдәләүенсә, мәсьәләне муниципалитет менән берлектә комплекслы хәл итергә кәрәк.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ 1-се урта мәктәпте реконструкциялау барышын баһаланы. 1937 йылда асылған уҡыу йорто былтыр үҙгәртеп ҡороу өсөн ябылғайны. Эштәрҙең дөйөм хаҡы 160 миллион һум тәшкил итә.
— Төп бинаны 1 сентябргә әҙерләргә кәрәк, балалар яңыртылған мәктәпкә аяҡ баҫырға тейеш, — тигән бурыс ҡуйҙы Башҡортостан Президенты. — Ә төкәтмәне йыл аҙағына тиклем төҙөп бөтөрөү зарур.
Төҙөкләндергәндән һуң мәктәп 880 баланы ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Ҡала Советы депутаттары, ойошма һәм предприятиелар етәкселәре, йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Яҡташтар” проектында ҡатнашыусылар менән осрашыуҙа Белоретта яңы производстволарҙы, туризм, социаль өлкәне үҫтереү хаҡында һүҙ барҙы. Унда төрлө министрлыҡтарҙан вәкилдәр ҙә ҡатнашты.
Дөйөм алғанда, Президент райондың һәм ҡаланың үҫеше өсөн мөмкинлектәрҙең күп булыуын билдәләне.