Заман йылдамлыҡ талап итә26.03.2013
Башҡортостан Хөкүмәтендә республикабыҙҙың былтырғы социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтарына арналған ултырыш үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ҙур йыйында яңғыраған мәсьәләләрҙең һәр кемгә ҡағылғанын, бурыстарҙың үтә мөһимлеген күҙ уңында тотоп, был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт бирмәксебеҙ.
Киләһе уңышҡа нигеҙ һалынды
Беҙ былтыр нисек йәшәнек? Республикабыҙҙың социаль-иҡтисади үҫешендә оло баһаға лайыҡ эштәр күҙәтелдеме? Төҙөлөш, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә эш ҡәнәғәтләнерлекме? Сәнәғәт, инвестициялар, агросәнәғәт, сауҙа һәм башҡа өлкәләрҙәге ҡаҙаныштарҙы һәм уңышһыҙлыҡтарҙы барламай, тейешле баһа бирмәй тороп, артабан ниндәй йүнәлеш алырға белеп булмаҫ.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, былтыр насар эшләмәнек, тулайым төбәк продукты триллион һумдан ашҡан (үҫеш — 5 процент, уртаса Рәсәй кимәленән юғарыраҡ). Сәнәғәт етештереүе үҫеше менән бергә төп капиталға инвестициялар күләме лә 8 процентҡа артҡан. Ғәмәлдә сит ил инвестициялары ағымы ике тапҡырға (600 миллион долларға тиклем) үҫкән. Ярайһы ғына уңыштар булыуға ҡарамаҫтан, Волга буйы федераль округында халыҡтың йән башына тура килгән инвестиция күләме буйынса "уртасалар" рәтендәбеҙ — 14 төбәк араһында етенсе урынды биләйбеҙ.
Ҙур һәм уртаса предприятиелар табыштарын 15 процентҡа арттырып ҡыуандырһа, һөҙөмтәһеҙ эшләгән 200-ҙән ашыу предприятие иҡтисадты әлегә артҡа һөйрәй. Төҙөлөштәге уңыштар ҙа шатланырлыҡ, былтыр элгәрге йылға ҡарағанда 10 процентҡа күберәк торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында — икенсе, ә шәхси торлаҡ төҙөлөшө йәһәтенән Рәсәйҙә Мәскәү өлкәһе һәм Краснодар крайынан ҡала өсөнсө урынды биләй.
Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре өсөн былтыр үтә ауыр, мәшәҡәтле һәм көйөнөслө булды. Тәбиғәттең ҡырыҫлығы, ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә сәсеүлектәрҙең 20 проценты юҡҡа сыҡһа ла, 2 миллион тонна тирәһе иген йыйылды, фураж игене, бәрәңге, йәшелсә, орлоҡ менән үҙебеҙҙе тәьмин итә алдыҡ.
Башҡортостан Президенты республикала демографик хәлдең яҡшырыуы менән ҡәнәғәтлеген белдерҙе. 59 мең сабыйҙың донъяға килеүе, дүртенсе йыл инде тәбиғи үҫештең күҙәтелеүе, ысынлап та, ҡыуаныслы. Шуға бәйле мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениелары менән тәьмин итеү бурысы ла көн үҙәгенән төшмәй.
— Йыл сәнәғәт етештереүе күләме буйынса былтырғынан ауырыраҡ башланды. Был — иҡтисадта торғонлоҡ күренеше хаҡында һөйләй. Барыһынан да элек ул һаман да дауам итеүсе донъя финанс көрсөгө менән бәйле. Европалағы ҡатмарлы процестарға, продукцияға ихтыяж кәмеүенә беҙҙең предприятиелар ҙа бик һиҙгер. Шуға күрә 2012-лә өлгәшелгән уңыштарҙы баһалап, ошо "плюс"тарҙы 2013 йылға ла күсерергә тейешбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов һәм сәнәғәт предприятиеларының яҡшы үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу кәрәклеген, әлегә йыл башының бөгөнгө мөмкинлектәргә тап килмәүен белдерҙе.
Һандар артында — тормош сифаты
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин, республиканың социаль-иҡтисади үҫешендәге уңыштарҙы барлап, Башҡортостандың инвестициялар өсөн ылыҡтырғыс төбәк статусын нығытыуын билдәләне. Өфө "Forbes" рейтингында Рәсәйҙең бизнес алып барыу өсөн уңайлы 30 ҡалаһы араһында — икенсе, "миллионер" ҡалаларҙан беренсе урынды яулаған. Санкт-Петербургтағы халыҡ-ара инновация форумында Башҡортостандың "Рәсәйҙең иң яҡшы инновация төбәге" конкурсында еңеүселәрҙең береһе булараҡ билдәләнеүе лә һөйөнөслө.
Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғомановтың әйтеүенсә, быйыл социаль торлаҡ төҙөлөшөнә ҙур иғтибар биреләсәк. Алданған өлөшсөләр мәсьәләһенә лә нөктә ҡуйылырға тейеш. Күп ҡатлы йорттарҙы капиталь ремонтлау, тарифтарҙы көйләү, юл төҙөлөшө сифатын яҡшыртыу кәрәклегенә лә баҫым яһалды.
Ултырышта яңғыраған күп урынлы һандар, миллион-миллиардтар ҡолаҡты тондорһа ла, Президент әйтмешләй, ошо һандар артында халыҡтың тормош сифаты, кәйефе, эшкә һәләтлеге, дәрте ята түгелме ни? Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы яңылыҡ — ОДН (дөйөм йорт ихтыяждары) өсөн түләүҙәрҙең ябай халыҡ өсөн көтөлмәгән "баш ҡаҙығы", ҡайһы берәүҙәр өсөн аңлашылмаған, күтәргеһеҙ йөк булыуы, ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырыуы билдәләнде.
Төҙөлөш проекттарында әлегәсә коррупцион схемаларҙың булыуын йәшермәне Президент. "300 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөү өсөн 600 миллион һум аҡса талап иткәндәр ҙә бар, — тине ул. — Өс тапҡырға ҡиммәтерәк төҙөгәнсе, бөтөнләй төҙөмәү яҡшыраҡ". Ғөмүмән, төҙөлөш тармағында үтә күренмәлелеккә, асыҡлыҡҡа өлгәшелмәгән әле. Республика башлығы 2016 йылға балалар баҡсаһына сиратты бөтөрәсәктәрен әйтте, тимәк, әле урын көткән 29 мең сабыйҙың әсәләре эшкә сығасағына ла өмөт бар.
Эш аҡсала ғына түгел шул
Ултырышта ҡаралған өҫтәмә ике мәсьәләнең дә көнүҙәклеге, заман өсөн үтә ҡырҡыулығы бәхәсһеҙ. 2011–2012 йылдарҙа һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу һәм мәғарифты яңыртыу перспективалары тураһында һөйләшеү ошо өлкә хеҙмәткәрҙәре генә түгел, һәр уҡыусы, ғаиләнең һәр ағзаһы өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә.
Республика халҡының 48 проценты медицина хеҙмәттәренән ҡәнәғәт түгел. Быны беҙ редакцияға килгән хаттарҙан, телефон аша шылтыратыуҙарҙан да белеп торабыҙ. Бик хәүефле һан бит был яуаплы ла, ҡатмарлы ла тармаҡ өсөн! Һаулыҡ һаҡлау министрының һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштар тураһындағы сығышын Президенттың кинәт кенә өҙөүе лә ғәжәп тойолманы, сөнки отчеттағы ҙур һандар, уңыштар ваҡытында сифатлы медицина ярҙамын ала алмаған халыҡтың зитына ғына тейә, ризаһыҙлыҡты арттыра. Ә министрға ябай кешеләрҙең һорауҙары ифрат күп. Ни өсөн әллә күпме финанс менән нығытылған тармаҡтың эше күҙгә күренмәй, ә халыҡтың ҡәнәғәтһеҙлеге артҡандан-арта, түләүһеҙ медицина ярҙамына ышанысы ҡаҡшай һуң? "Ике йыл эсендә тармаҡты яңыртыу программаһын финанслауҙың дөйөм күләме 16,5 миллиард һум тәшкил итте. Бындай күләмдәге ярҙамды бөгөн бер тармаҡ та алмай!" — тине Рөстәм Хәмитов.
Президенттың медицина хеҙмәткәрҙәренең деонтология өлкәһендә эшләп еткермәүен телгә алыуы ла дөрөҫлөккә тулыһынса тап килә (деонтология — медицина этикаһын, табиптың хеҙмәттәштәре һәм пациенттары менән аралашыу ҡағиҙәләре һәм нормаларын өйрәнеүсе фән). "Тупаҫлыҡ, итәғәтһеҙлек, битарафлыҡ — быларҙың барыһы ла табиптарҙың эшмәкәрлегендә йыш сағыла. Ярамай былай!" — тигән ҡәтғи һүҙҙәр ҙә һәр кемде һиҫкәндерҙе. Яңыртыу программаһы буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеү һөҙөмтәһендә 750 миллион һумлыҡ ике премия алыуҙан да тармаҡ "һауыҡманы", һәр хәлдә кешеләр яҡшы үҙгәрештәрҙе үҙендә тойманы.
Эйе, һаулыҡ һаҡлау — яуаплы, көсөргәнешле, сифаты һандар менән генә билдәләнмәгән тармаҡ. Пациенттың рәхмәт һүҙҙәрен, ышанысын ғына ысын ҡаҙаныш тип иҫәпләргә мөмкин.
Мәғариф өлкәһендәге мәсьәләләр ҙә һаулыҡ һаҡлау тармағындағынан һис кәм түгел. Ҡулайлаштырыу еленең халыҡта ҙур ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырыуы, уҡытыусыларҙың ҡыҫҡартылыуы, мәктәптәрҙең ябылыуы, балаларҙы йөрөтөп уҡытыу тармаҡҡа оло мәшәҡәттәр өҫтәне. Ауыл мәктәптәрендә бер уҡытыусыға тейешле балалар һаны нормативының ғәҙелһеҙ юғары булыуын Президент та билдәләне. Ошо уйланылмаған аҙымдар һөҙөмтәһендә өҫтәмә ауырлыҡтар, ҡатмарлыҡтар тыуа, дотациялар кәмей. Рөстәм Хәмитов Мәғариф министрлығына ауыл ерендә мәктәптәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн нормативтарҙы үҙгәртеү буйынса ҡыйыуыраҡ эш итергә, һөҙөмтәһеҙ тотоноуҙарҙан арынырға саҡырҙы.