Владимир Путиндың халыҡ менән тура эфир аша аралашыуы дүрт сәғәт ярым барҙы. Ошо ваҡыт эсендә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры ил граждандарының көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылышлы 90-дан ашыу һорауына яуап биреп өлгөрҙө.
Көтөлгәнсә, тәүге һорау Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына һайлау йомғаҡтарына ҡағылды. «Илдә барған ваҡиғаларға, сәйәси, иҡтисади, социаль проблемаларға кешеләр битараф ҡалмай икән, был – ыңғай күренеш. Тик барыһының да ҡануниәткә ярашлы эш итеүе мөһим, – тип башланы һүҙен Владимир Владимирович. – Оппозицияның һайлау һөҙөмтәләренә ҡарата шик белдереүендә лә бер ниндәй яңылыҡ күрмәйем. Сәйәси дәғүәселек һәр саҡ булды, бар һәм буласаҡ. Оппозиция ғәмәлдәге власты сәйәси майҙандан ҡыҫырыҡлап сығарыу өсөн уны төрлөсә ғәйепләй, хаталарын күрә һалып, йәмәғәтселеккә күрһәтеп ҡалырға ашыға. Был да – ҡәҙимге хәл. Әлеге митингтарҙың Дәүләт Думаһына һайлауға ҡарата мөнәсәбәте бик самалы, уларҙың төп маҡсаты – мартта үтәсәк һайлауҙың һөҙөмтәләрен үҙ файҙаһына әҙме-күпме үҙгәртеү».
Премьер-министр Үҙәк һайлау комиссияһына тауыш биреү участкаларының барыһына ла веб-камералар ҡуйырға тәҡдим итте. «Улар көндөҙ ҙә, төнөн дә эшләп торһон, һайлауҙы ойоштороусыларҙың ҡайһы участкала ни менән шөғөлләнгәнен Интернет аша тотош ил күрә алһын. Ул саҡта ялған бюллетендәр тураһында имеш-мимешкә урын ҡалмаҫ», – тине ул.
Дәүләт Думаһы депутаты, хеҙмәт ветераны Валерий Якушев һорау бирмәне, ә һайлауға ҡарата шәхси ҡарашын ғына белдерҙе: «Беҙҙең Түбәнге Тагилда халыҡ эш менән мәшғүл, улар киләсәктең яҡты булырына ышана. Шул уҡ ваҡытта ризаһыҙҙар ҙа бар, сөнки кешене кеше тип белмәүҙәре үҙәккә үтә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һаман да көйләнеп китә алмай, алдауҙар дауам итә. Бындай мәсьәләләрҙе кисекмәҫтән яйға һалырға кәрәк, ә ғәйеплеләр язаһын алырға тейеш. Бюрократияны йәмғиәттән ҡырып-һепереп сығарыуҙы, кешегә мөнәсәбәтте үҙгәртеүҙе талап итәбеҙ. Депутат мандатына ышыҡланып йөрөүселәр бар, уларҙан ҡотолорға ваҡыт. Ауыл хужалығына иғтибарҙы көсәйтеү кәрәк: рәсәйҙәргә Мысырҙан килтереп картуф һатыуҙарын түгел, ә беҙҙекеләрҙең халыҡ-ара сауҙаға тауар сығарыуын күрге килә…»
Башҡортостан халҡының да Владимир Путинға тура эфир аша һорау бирергә мөмкинлеге булды. Ваҡыт сағыштырмаса тығыҙ булһа ла, яҡташтарыбыҙ араһынан өс кеше бәйләнешкә инеп өлгөрҙө. «Быйыл Рәсәйҙең Юғары суды Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарында ял итеүгә ҡаршы ҡарар сығарҙы. Был, әлбиттә, республикалағы мосолмандар тарафынан бик ауыр ҡабул ителде. Һеҙҙеңсә, ни өсөн бындай ҡарарға юл ҡуйылған? Ғөмүмән, илдә дини сәйәсәттең киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ?» – тип һораны Өфөләге консалтинг компанияһы етәксеһе Рөстәм Таймаҫов. Премьер-министрҙың фекеренсә, Өфө элек-электән Ислам диненең Рәсәйҙәге үҙәге булып һанала. «Традицион диндәр һәр саҡ дәүләтселектең нигеҙен тәшкил итеүселәр иҫәбендә булды, – тине Владимир Владимирович. – Рәсәй властары Исламдың үҫешенә, һис шикһеҙ, артабан да ҙур иғтибар бүләсәк».
Студент Карина Яхинаның һорауы ҡышҡы ваҡытҡа күсеүҙе бөтөрөүгә бәйле ине. «Быйыл тәүге тапҡыр сәғәт уҡтарын артҡа борманыҡ, был кешеләргә кире тәьҫир итмәй ҡалманы. Әлеге мәсьәлә буйынса алда тағы үҙгәреш буласаҡмы, әллә йәйге ваҡыт һаҡланасаҡмы?» – тине ул. Владимир Путин әйтеүенсә, «тура бәйләнеш»кә әҙерлек ваҡытында халыҡтан ошоға оҡшаш һорауҙар бик күп килгән, тимәк, мәсьәлә асыҡ ҡала.
Өлкән йәштәге яҡташыбыҙ Рафаил Хәбибуллин ил Хөкүмәте Рәйесенән телефон аша: «Партияның съезында һеҙ байлыҡ өсөн һалым түләтеү хаҡында тәҡдим индергәйнегеҙ. Ул ҡасан тормошҡа ашырылыр икән?» – тип һораны. «Был фекер дөрөҫ: йәмғиәттә социаль тигеҙлек булырға тейеш. Әммә ҡарар сығарыр алдынан мәсьәләне ентекле өйрәнергә кәрәк. Мәҫәлән, илебеҙҙә айына 200—300 мең һум эш хаҡы алған оҫта хирургтар бар, уларҙан да 40 процент күләмендә һалым ала башлаһаҡ, квалификациялы белгестәрҙән мәхрүм ҡалмабыҙмы? Хәләл көс менән аҡса табыусыларҙың мәнфәғәте зыян күрмәҫкә тейеш. Шулай уҡ һалымды арттырған һайын эш хаҡын конвертҡа һалып, йәғни хеҙмәт кешеһенең пенсияға хоҡуғын боҙоп, биреүселәр арта», – тип яуапланы уға Владимир Путин һәм милек кадастры булдырыуҙың мөһимлеген билдәләне. Киләһе йылда был мәсьәлә ныҡлап өйрәнеләсәк һәм 2013 йылда байлыҡҡа һалым тураһында закон проекты Дәүләт Думаһына индереләсәк, тине ул.
Владимир Владимирович һүҙ араһында Өфөлә бер нисә тапҡыр булып китеүе, ҡаланың заманса үҫеше хаҡында ла телгә алды. Тура эфирҙа яңғыраған һорауҙарҙан тыш, төрлө элемтә саралары аша Рәсәйҙең Премьер-министрына Башҡортостандан бер аҙнала йөҙгә яҡын һорау килгән. Уларҙың күпселеге ауыл хужалығына, юл төҙөлөшөнә, яғыулыҡ хаҡтарына, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле.
Владимир Путин илдә дәүләтселекте нығытыу буйынса бурыстарҙың тулыһынса хәл ителмәүен, ләкин сепаратизмдың, терроризмдың бер аҙ баҫылыуын билдәләне.
Хөкүмәт башлығы үҙен етәкселеккә билдәле ваҡытҡа тәғәйенләнгән дәүләт хеҙмәткәре тип һанауын, һәр саҡ халыҡ мәнфәғәтендә эшләүен белдерҙе. «Әгәр йәмғиәттең яҡлауын тоймаһам, эш урынымда артабан бер көнгә лә ҡалмаясаҡмын, – тине Владимир Владимирович. – Халыҡтың ихтыярын демократик ил шарттарында тауыш биреү билдәләй. Бөгөн Рәсәй граждандарына ғына таянырға мөмкин. Әгәр халыҡ яҡламай икән, власта ултырыуҙың мәғәнәһе юҡ».
Дөйөм алғанда, тура эфир аша һөйләшеү йылы тойғо ҡалдырҙы. Владимир Путиндың илде артабан үҫтереү, халыҡтың тормошон яҡшыртыу өсөн тағы ла бик күпте эшләргә теләүен, беҙгә ышаныуын күрҙек. Иң мөһиме: ул рәсәйҙәрҙең ниндәй хыялдар менән йәшәүен, ниҙәргә мохтажлыҡ кисереүен һәм был мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеүҙең аныҡ ысулдарын белә. «Путин планы» дауам итә әле.
Даян МӘЖИТОВ