Ҡамсы менән генә тәрбиәләп булмай22.03.2013
Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы ведомство-ара комиссия ултырышында урындағы үҙидара органдарына ҡағылышлы контроль-күҙәтеү эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләре тикшерелде.
– Власть органдары бер-береһенең эшмәкәрлеген ҡабатламаймы, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә бирелгән ваҡыт үтә ҡыҫҡа түгелме, һалынған санкциялар дөрөҫлөккә тап киләме? Уларҙы йыш тикшереүҙе анализларға кәрәк, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген көйләү бөгөнгө иң әһәмиәтле мәсьәләләрҙең береһе булыуын белдерҙе. Президент әйтеүенсә, был мәсьәлә тәүге тапҡыр күтәрелмәй, уны Башҡортостан муниципаль берәмектәренең IV съезында ла билдәләп үткәндәр, ауыл биләмәһе башлыҡтары ла күтәреп сыҡҡан.
– Былтыр октябрҙә муниципаль берәмектәрҙе тикшереү буйынса йомғаҡ яһалғайны. Үҙидара органдары бындай хәлгә һигеҙ мең тапҡыр дусар ителгән, – тине Рөстәм Зәки улы. – Шуларҙың яртыһы тиерлек яза биреү менән тамамланған. Ә штраф күләме туғыҙ миллион һумға барып еткән.
Ултырышта тағы ла кадрҙар мәсьәләһе күтәрелде. “Күп һанлы тикшереүҙәр, штрафтар муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшкә теләк-дәртен һүндерә”, — тине Президент. Бынан тыш, юғары талаптар, эш хаҡының аҙ булыуы был хеҙмәттең абруйын төшөрә. Мәсьәлә айырыуса ауыл биләмәләренә ҡағыла.
– Беҙҙә шуға ла күпләп эштән китеү һәм һөҙөмтәлә квалификациялы кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелә. Был проблеманы системалы хәл итергә кәрәк, – тип белдерҙе Президент.