Юрист кәңәштәре22.03.2013
Ер эше һаҡлыҡ талап итә

— Хосусилаштырылмаған ерҙе һатып алырға ине. Уны теркәгәндә проблемалар килеп сыҡмаһын өсөн быны нисек дөрөҫ итеп эшләргә? Әллә һатыусынан тәүҙә хосусилаштырыуын талап итергә кәрәкме?
Ирина.
Стәрлебаш районы.

— Бында, үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, алдатыу юлдары күп. Шуға күрә ҡағыҙҙар һәм ер артынан күп кенә йөрөргә тура килер. Иң дөрөҫ, һөҙөмтәле һәм шул уҡ ваҡытта оҙайлы ысулды тәҡдим итмәксемен. Бының өсөн участканы һатыусы үҙенең ергә милек хоҡуғын рәсмиләштерергә, дәүләт органында теркәргә һәм шунан һуң ғына һатып алыу-һатыу килешеүен төҙөргә тейеш. Һатыусы был аҙымға барһа, һеҙгә, йәғни һатып алыусыға, килешеүгә ҡул ҡуйырға, уны теркәргә һәм ер өсөн түләргә генә ҡаласаҡ. Был ысул һеҙҙе һатыусының намыҫһыҙ ҡыланыуы ихтималлығынан да һаҡлаясаҡ. Дәүләт теркәүен суд ҡына инҡар итә ала, ә быны эшләүе бик ауыр.
Икенсе ысул — баҡсасылыҡ ширҡәтенә ағза булып инеү. Был осраҡта һеҙҙең һатыусығыҙ ширҡәттән сыға, ә һеҙ, киреһенсә, инәһегеҙ. Тик көтөлмәгән күңелһеҙ хәлдәр булыуы ихтимал. Миҫал килтерәм. Баҡсасылыҡ ширҡәтенең законһыҙ төҙөлгән йәки махсус рөхсәтһеҙ үҙенең сиктәрен арттырған булыуы мөмкин (был йыш осрай). Улай икән, бер нисек тә ергә хоҡуғығыҙҙы теркәй алмаясаҡһығыҙ. Милеккә хоҡуҡты танытыуҙы суд аша ғына эшләргә кәрәк, тик бының өсөн оҙаҡ көтөргә тура киләсәк (хоҡуғығыҙҙы һатып алыуҙың ваҡыты үтеү менән генә таныйҙар). Баҡсасылыҡ ширҡәтенең документтары тәртиптә булған хәлдә лә, ергә документтарҙың рәсмиләштерелеп бөтмәгән йәки дөрөҫ эшләнмәгән булыуы ла ихтимал. Һеҙгә ер участкаһын үҙегеҙгә үлсәтергә, кадастр иҫәбенә ҡуйырға, хоҡуҡ билдәләүсе документтар юлларға һәм шунан һуң уға хоҡуғығыҙҙы теркәргә кәрәк буласаҡ. Быларҙан тыш та, әгәр һатыусы намыҫһыҙ икән, ерҙе ҡайтарып алыу ысулдары ҡаласаҡ. Шуға күрә хәүефһеҙ юлды һайлағыҙ.

Үҙ һүҙегеҙҙә тороғоҙ


— Урындағы үҙидара органдарының береһе менән судлашырға тура килгәйне. Эштә мин еңеп сыҡтым. Бер ни тиклем ваҡыт үтте, унда етәксе алмашынды. Хәҙер килеп улар минән суд сығымдарын түләүҙе талап итә. Был дөрөҫмө?
Илшат.
Ишембай районы.

— Рәсәй Гражданлыҡ процессуаль кодексының 103-сө һәм Арбитраж процессуаль кодексының 110-сы статьяларына ярашлы, суд сығымдарын еңелеүсе яҡ ҡапларға тейеш. Һеҙ дәүләт пошлинаһын түләгәнһегеҙ, башҡа сығымдарығыҙ ҙа булған — быны ла еңелгән яҡ түләргә бурыслы. Быларҙың барыһы ла суд ҡарарында яҙылғандыр. Еңелеүсе бер нисек тә һеҙҙән аҡса талап итә алмай. Үҙ һүҙегеҙҙә тороғоҙ, дөрөҫлөк һеҙҙең яҡта.


Вернуться назад