Ә Өфө ҡайҙа?21.03.2013
— Өфө ҡайҙа? Һеҙ бит стратегик планды яҡларға башҡа өлкәгә түгел, ә Башҡортостанға килгәнһегеҙ. Проекттағы бөтә юлдар республиканың ситенән үтә. Иҡтисадҡа файҙа килтермәҫтәй юл өсөн аҡсаны беҙ түләргә тейешме?
Шулай тип ҡат-ҡат әйтте Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Санкт-Петербургтан килгән белгестәргә. Улар менән һөйләшеү 2030 йылға төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәтендәге дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарын камиллаштырыу һәм үҫтереү стратегияһын раҫлау тураһындағы мәсьәлә буйынса үткән республика Хөкүмәте ултырышында барҙы.
Республиканың юл комплексы Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙан һанала. Автомобиль транспорты, юл хужалығы бөгөн иҡтисадтың мөһим тармағын биләй. Төҙөк юлдарҙың төбәктең һәр яҡлы үҫешенә ҙур йоғонто яһауы бәхәсһеҙ. Юлдарҙың насар булыуы һөҙөмтәһендә йыл һайын иҡтисади юғалтыу тулайым эске продукттың өс процентынан ашыуын тәшкил итә. Шуға ла уларҙы төҙөкләндереү көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала, бөгөн республика юлдарының 76 проценты, күперҙәрҙең ҡап яртыһы, ремонт талап итә. Был проблемаларҙы комплекслы тикшереү, артабанғы эште дауам итеү өсөн 2011 йылда республика Хөкүмәте тарафынан 2030 йылға тиклем эшләйәсәк стратегик ҡарар ҡабул ителгәйне. Проект менән Санкт-Петербург ҡалаһындағы “Территориаль үҫеш һәм транспорт инфраструктураһы ғилми-тикшеренеү һәм проект институты шөғөлләнде.
Ултырышта ойошманың генераль директоры Валерий Мячин ошо проект менән таныштырғас, Рөстәм Хәмитов уға ҡарата үҙенең ризаһыҙлығын белдерҙе.
— Был стратегик проект беҙгә файҙа килтерергә тейеш, – тине республика башлығы. – Инновация, модернизация кеүек дөйөм һүҙҙәр, диаграммалар, һандар менән башты бутайһығыҙ. Мин һеҙҙән аныҡ бер нәмә лә ишетмәнем. “Европа — Көнбайыш Ҡытай” юлының Ҡазан — Ырымбур өлөшө нишләп республиканың Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат кеүек төп, ҙур ҡалаларын ситләп үтергә тейеш? Беҙ аҡса түләйбеҙ, ә һеҙ шуға башҡалар өсөн юл төҙөргә уйлайһығыҙмы? Юҡ, былай булмай!
Унан Рөстәм Хәмитов залда ултырған Премьер-министр урынбаҫарҙарына, министрҙарға мөрәжәғәт итеп:
— Һеҙ был проект менән таныштығыҙмы, уҡынығыҙмы? – тип һораны. “Эйе” тигән яуап ишетелмәне...
Президент проектты ҡайтанан ҡарау, эшкәртеү өсөн ваҡыт бирҙе.