Бер ғаилә лә ерһеҙ ҡалмаясаҡ21.03.2013
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының эш төркөмө Башҡортостанда булып, дәүләт һәм муниципаль милектәге ер участкаларын өс һәм унан күберәк балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә бүлеп биреү тәртибен анализланы, эш барышын тикшерҙе. Кисә Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә уның һөҙөмтәләре менән таныштырҙылар.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Юрий Золотарев республикала 36 699 күп балалы ғаилә булыуын, уларҙың 9 069-ы торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сиратта тороуын, 7 528 күп балалы ғаилә бушлай ер участкаһы алыуын, бының ошо категория буйынса сиратта тороусыларҙың 47,2 процентын тәшкил итеүен билдәләп үтте.
Эш төркөмө Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы райондарында, Өфө эргәһендәге Нуғай ауылы булған, бүленгән ер участкалары менән танышҡан. Мәсьәлә буйынса Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының эш төркөмөнән тыш, республика белгестәре лә тикшереү үткәргән. 15 апрелгә тиклем Волга буйы федераль округының барлыҡ 14 субъектында ла күп балалы ғаиләләргә ер бүлеү мәсьәләһе буйынса тикшереү үткәреләсәк.
– Башҡортостандағы күрһәткестәр, дөйөм алғанда, округ һәм ил буйынса насар түгел. Бигерәк тә ер участкаларын бүлеү эше Рәсәйҙә 2011 йылда ғына тормошҡа ашырыла башлауын иҫәпкә алғанда. Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, республика тәжрибәһе күпкә ыңғайыраҡ, тип билдәләүҙәренә һис аптырарға түгел, – тине Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Юрий Золотарев.


Вернуться назад