Балалы йорт — илгә ҡот16.12.2011
Республика Хөкүмәте йортонда сираттағы матур байрам — гүзәл заттарға “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһы булды. Төбәктең төрлө район-ҡалаларынан килгән 60 ҡатын-ҡыҙҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов ҡотланы.
— Тормош мәшәҡәттәренә ҡарамайынса, күп бала тәрбиәләргә йөрьәт иткән әсәләрҙе тәбрикләүҙән дә мөһимерәк, изгерәк ғәмәл юҡ, — тине ул. — Һеҙ оло иғтибарға, һөйөүгә, хәстәрлеккә лайыҡ. Төбәк, ил киләсәген үҙ иңегеҙҙә күтәреүегеҙ, милли, рухи тамырҙарҙы, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауығыҙ оло батырлыҡҡа тиң.
Фидус Әғләм улы әйтеүенсә, беҙҙәге әсәләргә миҙал тапшырыу йолаһын башҡа төбәктәрҙә өлгө итеп алып, үҙҙәрендә үткәрә башлағандар. Был күркәм сара күп бала тәрбиәләүселәргә матди ярҙамдан бигерәк рухи күтәренкелек өҫтәүе менән әһәмиәтле.
Дәүләт кимәлендәге иғтибарҙан ҙур ҡыуаныс, бер аҙ тулҡынланыу ҙа кисергән әсәләр республика етәкселегенә рәхмәт әйтте, балаларын һәләтле, тәрбиәле, илһөйәр, ғаиләлә һалынған изге йолаларға тоғро шәхестәр итеп үҫтерергә вәғәҙә бирҙе. “Һәр сабый йортҡа үҙе менән бергә яҡты киләсәккә ышаныс, йәшәүгә яңы дәрт, көс алып килә” тигән һүҙҙәрҙең раҫлығына тағы бер инандырҙы тормошонан ҡәнәғәт гүзәл заттар. Мәҫәлән, Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылынан килгән Розалия Бикмәтова алты бала тәрбиәләй.
— Күпләп мал аҫрайбыҙ, умарта тотабыҙ. Балаларыбыҙ хеҙмәткә өйрәнеп, туғанлыҡтың баһаһын белеп үҫә, — ти бәхетле әсә.
Г. ИРХАНОВА.


Вернуться назад