Владимир Путин халыҡ менән аралашты16.12.2011
Владимир Путин халыҡ менән аралаштыКисә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин ил халҡы менән аралашты. Уның сығышы бер нисә федераль канал, радиостанция һәм Интернет аша тапшырылды.
Был “тура бәйләнеш” Владимир Путин өсөн иҫәп буйынса унынсыһы булып тора. Халыҡ менән ошо рәүешле аралашыуҙы ул 2001 йылда Рәсәй Президенты булараҡ башлағайны. Студия ҡунаҡтары ғына түгел, шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө төбәктәре халҡы ил Премьер-министрына һорауҙарын бирҙе. Күсмә студиялар Владивостокта, Түбәнге Тагилда, Сочиҙа һәм башҡа ҡалаларҙа эшләне. Шуларҙың береһе Өфөлә лә ойошторолғайны.
Владимир Путинға телефон аша шылтыратыуҙар ҙа булды. “Тура бәйләнеш” өсөн мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәге тапшырыу тамамланғанға тиклем эшләне.
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе муниципаль власть менән халыҡ араһындағы бәйләнеште яйға һалыу мәсьәләһен күтәрҙе.
— Минеңсә, муниципалитет вәкилдәре менән халыҡ араһындағы үҙ-ара бәйләнеш бөгөн бик мөһим, — тине Премьер-министр. — Илдәге дөйөм күрһәткестәр урындағы эштең һөҙөмтәлелегенә бәйле. Бөгөн төбәктәргә мәсьәләләрҙе туранан-тура урында хәл итерлек вәкәләттәр бирергә, шарттар булдырырға кәрәк. Был бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн вәкәләттәрҙе һәм финанслау сығанаҡтарын ҡайтанан бүлеү зарур.
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин “тура бәйләнеш” барышында, төбәк башлыҡтары халыҡ тарафынан һайланыуы мөмкин, әммә быға Президент контроле булырға тейеш, тип билдәләне.
Премьер-министрҙың фекеренсә, бөгөн милли сәйәсәт өлкәһендәге дәүләт структураһы күп милләтле йәмғиәттең үҫеш талаптарына яуап бирмәй.
— Беҙҙә был мәсьәлә Төбәктәр үҫеше министрлығына йөкмәтелгән, әммә, күренеүенсә, был ғына етмәй. Сөнки министрлыҡтың иғтибары нигеҙҙә социаль һәм иҡтисади мәсьәләләргә йүнәлтелә, ә милли именлек, милли үҫеш икенсе, өсөнсө урынға ҡала.
“Башинформ”.


Вернуться назад