Парламентаризм дәрестәре ойоштороласаҡ19.03.2013
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Федераль Йыйылышы ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһының закондар сығарыусылар советы президиумы ултырышында ҡатнашты. Рәсәй Конституцияһының, Федераль Йыйылыштың 20 йыллығын билдәләүгә әҙерлек мәсьәләләре буйынса үткәрелгән сарала ул мәктәптәрҙә парламентаризм буйынса асыҡ дәрестәр үткәреү башланғысы менән сығыш яһаны.

Республика парламенты спикеры белдереүенсә, илдең Төп Законы ҡабул ителгән 1993 йылда документ халыҡ тарафынан төрлөсә ҡабул ителде, ҡаршы фекерҙәр ҙә яңғыраны. Артабанғы осорҙа иһә Конституцияны халыҡ мәнфәғәтендә камиллаштырыу, ҡиммәттәрен нығытыу йәһәтенән оҙаҡ, ентекле эш алып барылды.
Быйыл Башҡортостанда ла Рәсәйҙекенән ҡала 12 көн үткәс ҡабул ителгән республика Конституцияһының 20 йыллығын билдәләйәсәктәр. Юбилей датаһына ҡарата республика кимәлендә төрлө саралар үткәреләсәк, шул иҫәптән мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәр ойоштороласаҡ, “түңәрәк өҫтәл”дәр, тематик конкурстар уҙғарыласаҡ.
Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко тематик асыҡ дәрестәрҙе 1 сентябрҙә илдең барлыҡ мәктәптәрендә лә үткәреү башланғысын Рәсәй мәғариф министрына еткерергә тәҡдим итте. Рәсәй Дәүләт Думаһы рәйесе Сергей Нарышкин да, парламентаризм дәрестәре йәһәтенән профилле комитетта тәҡдимдәр әҙерләнә, тип белдерҙе.


Вернуться назад