Ҡытай көндән-көн нығый19.03.2013
Ҡытайҙа власҡа йәш көстәр килеүе, Белоруссия президенты Александр Лукашенконың Рәсәйгә эш сәфәре, Бөйөк Британияның Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртырға ынтылыуы үткән аҙнаның иғтибар үҙәгендә булды.
“Ҡырағай тәртип”тән баш тартырҙармы?
17 мартта Пекинда 12-се саҡырылыш Бөтөн Ҡытай халыҡ вәкилдәре йыйылышының 1-се сессияһы эшен тамамланы. Бер нисә көн буйы барған был форумда, алдағы йылдарға илдең төп йүнәлештәрен билдәләүҙән тыш, рәсми рәүештә власть вәкәләттәре лә тапшырылды. Билдәле булыуынса, былтыр ноябрҙә Ҡытай коммунистарының XVIII съезында генераль секретарь итеп Си Цзиньпин һайланғайны. Бынан ары властың өс төп тармағы — партия, дәүләт һәм хәрби етәкселек — уның ҡулында буласаҡ. Сессияла уның ярҙамсылары ла билдәләнде. Ҡытай Халыҡ Республикаһы дәүләт советы премьеры — Ли Кэцян, рәйес урынбаҫары — Ли Юаньчао, Бөтөн Ҡытай халыҡ вәкилдәре йыйылышының даими комитет рәйесе итеп Чжан Дэцзян һайланды.
Яңы Хөкүмәт составында ҙур үҙгәреш булды тип әйтеп булмай. Премьерҙың дүрт урынбаҫары билдәләнгән. Ә бына министрлыҡтар һаны 27-нән 25-кә ҡалдырылған. Йыйылышта төп доклад менән Си Цзиньпин сығыш яһаны һәм алдағы йылдарға илдең төп стратегик йүнәлештәрен билдәләне. Һуңғы ун йылда, йәғни илгә Ху Цзинтао етәкселек иткән осорҙа, Ҡытай иҡтисады йылдам үҫеш кисерҙе, эске тулайым продукт күрһәткесе буйынса донъяла икенсе урынға сыҡты. Әммә илдә байтаҡ ҡына проблемалар ҙа йыйылып киткәйне. Эшһеҙлек кимәленең юғары ҡалыуы, коррупция, экология торошоноң насар булыуы, бәхәсле биләмәләр (Япония менән) буйынса мәсьәләне хәл итеү яңы власть иңенә йөкмәтелә. Си Цзиньпин билдәләүенсә, Ҡытай элекке власть билдәләгән курстан тайпылмайынса алға барасаҡ, социалистик ҡоролошло көслө дәүләт буласаҡ. Был йәһәттән ул хәрби ҡеүәткә иҫәп тота. Ҡытай армияһы илдең бөтөнлөгөн һаҡларға, ә һуғыш була ҡалһа еңеп сығырға һәләтле булырға тейеш, тине яңы етәксе. Ошонан сығып фекер йөрөткәндә генә лә, Ҡытай бер илгә лә һуғыш асырға йыйынмаһа ла, донъяла иң көслө, ҡеүәтле армия булдырырға иҫәп тотоуы тоҫмаллана.
Бындай ынтылыш АҠШ-тың “ҡытығын” килтермәй ҡалмаҫ, әлбиттә. Сөнки улар үҙҙәренән көслөрәк дәүләт барлыҡҡа килеүен теләмәй. Киләсәктә Ҡытай донъя лидеры булырға дәғүә итә. Әле үк донъя иҡтисадының тотҡаһы булған АҠШ, Европа союзы илдәре һәм Япония был илдең иҡтисадына ныҡ бәйле. Был бәйлелек Ҡытай файҙаһына көндән-көн нығый бара, шуға ла халыҡ-ара аренала абруйы үҫә. Ҡытай коммунистары ябай халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыуын белдерһә лә, Европа илдәрендәге кеүек демократик йәмғиәт төҙөүҙән әлегә алыҫ торалар. Яңы власть ошо мәсьәләне лә әкренләп хәл итмәксе итә. Билдәле булыуынса, илдә 1957 йылдан башлап хеҙмәт лагерҙары эшләп килә. Тәртипһеҙҙәрҙе “яңынан тәрбиәләр өсөн” булдырылған 300-ҙән ашыу ошондай лагерь бар. Полиция хеҙмәткәре “тәртипһеҙлек ҡылған” һәр кемде судһыҙ-ниһеҙ дүрт йылға тиклем ошонда алып барып яба ала. Европа парламентарийҙары бындай алымды кеше хоҡуҡтарын тупаҫ боҙоу була, тип иҫәпләй һәм Ҡытайҙы “ҡырағай” тәрбиә ысулынан баш тартырға саҡыра.
Демократик үҫеш принциптарына ҡоролған социалистик дәүләт төҙөүгә юл алған Ҡытай бындай етешһеҙлектәрҙе генә бөтөрөр тип ышанғы килә. Сөнки яңы етәкселек сит илдәр менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә лә етди иғтибар бүлә. Әлбиттә, тәү сиратта Рәсәй менән килешеп, аңлашып йәшәүгә өҫтөнлөк биреләсәк. Си Цзиньпиндың сит илгә тәүге рәсми эш сәфәре лә Рәсәйгә буласаҡ, һәм ул ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Владимир Путин менән осрашыр тип көтөлә. Был осрашыуға ҙур әһәмиәт бирелә. Ҡытайҙың Рәсәй менән уртаҡ һыҙаттары күп һәм ике ил араһындағы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереүгә этәргес кенә бирә. Хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләһе Көньяҡ Африка Республикаһында үтәсәк БРИКС илдәре саммитында ла тикшереләсәк.
“Батька” Антарктиданы үҙләштермәксе
Белоруссия президенты Александр Лукашенко Рәсәйҙә Владимир Путин менән осрашты. Ике ил лидеры Союз дәүләтенең Юғары советы ултырышын уҙғарҙы. Унда ике яҡтан да Хөкүмәт рәйестәре, төрлө министрҙар, ведомство етәкселәре ҡатнашты.
“Батька” Рәсәйгә Союз дәүләте мәсьәләләрен генә хәл итергә килмәгәйне. Ул беҙҙән 2 миллиард доллар оҙайлы кредит һорай. Рәсәй быға тиклем дә Белоруссияға бурысҡа биргәне бар ине. Әммә улар кредит шарттарын һәр ваҡыт теүәл генә үтәмәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәй гел генә күршегә һорағанын биреп килә. Был юлы ла шулай булды. Белоруссия был аҡсаға Антарктиданы, Арктиканы үҙләштерергә, атом электр станцияһы, Антарктидала фәнни-тикшеренеү станцияһы төҙөргә иҫәп тота. Күрәһең, белорустар фән өлкәһендә башҡаларҙан артта ҡалырға теләмәй. Илдең премьер-министры Михаил Мясникович — фән кешеһе, Фәндәр академияһының элекке президенты. Шулай булғас, “батька”ны Антарктида “боҙон кимерергә” ул дәртләндергәндер тип тоҫмалларға була. Тик илдәге иҫ киткес ҙур инфляция мәлендә һәм Белоруссия һумы бына-бына девальвацияланырға торғанда, был мәсьәлә шул тиклем ныҡ мөһим инеме икән тигән урынлы һорау тыуа. Хәйер, Рәсәй аҡса бирәм тип торғанда ниңә эшләмәҫкә, ти. Улар был аҡсаны барыбер тулыһынса ҡайтарып бирмәйәсәк бит.