Тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны16.03.2013
Тәжрибә уртаҡлашыу майҙаныӨфөгә эш сәфәре менән Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе Михаил Мишустин һәм Рәсәй финанс министрының беренсе урынбаҫары Татьяна Нестеренко килде. Улар тәүҙә 39-сы район-ара һалым инспекцияһында булып, һалым түләүселәрҙе заманса стандарттарға ярашлы ҡабул итеү һәм хеҙмәтләндереү мөмкинлеген биргән Рәсәйҙәге тәүге операция залын асыуҙа ҡатнашты.

Зал юғары талаптарҙы һәм Федераль һалым хеҙмәтенең стилен иҫәпкә алып йыһазландырылған. Килеп ингәс тә иркен һәм яҡты зал, баҙыҡ төҫтәргә буялған диуарҙар, ялтырап ятҡан иҙән ҡаршылай. Ул шулай уҡ айырым зоналарға бүленгән: көтөү залында йомшаҡ йыһаз урынлаштырылған, эш залында иһә төрлө документ тултырыу өсөн өҫтәл, ултырғыстар ҡуйылған. Балалар мөйөшө лә бар.
Шуныһы ҡыуаныслы: заманса йыһазландырылған операция залында элекке кеүек этеш-төртөш юҡ. Бөгөн халыҡты 16 тәҙрә аша ҡабул итәләр. Һалым түләүселәргә уңайлы шарттар булдырылған: килгән һәр кем сиратын электрон табло аша көтә. Ваҡыты еткәс тә унда клиенттың номеры күрһәтелә, сират етеүен яғымлы тауыш хәбәр итә. Бынан тыш, шунда уҡ мәғлүмәт киосктары (инфоматтар), һәр кем ҡуллана алырлыҡ дөйөм компьютерҙар урынлаштырылған. Хеҙмәткәрҙәрҙең дә эш урыны иркен, яҡтылыҡ ҙур тәҙрәләр аша үтеп инә.
Осрашыу барышында ведомство башлығы "Һалым-3" тип аталған яңы автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы менән дә таныштырҙы. Был киләсәктә һалым органдарын да, халыҡты ла күп мәшәҡәттән арындырасаҡ, тип белдерҙе ул. Бынан тыш, федераль хеҙмәт етәксеһе үҙҙәренең сайтында төрлө категорияға ҡараған һалым түләүселәр өсөн 32 онлайн-сервис эшләүен билдәләне.

* * *
Тәжрибә уртаҡлашыу майҙаныАртабан Мәскәү ҡунаҡтары Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостандағы филиалы булған “Һалым-Сервис” федераль ҡаҙна учреждениеһына барҙы. Уларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов оҙатып йөрөнө.

Күп функциялы үҙәктә һалым документтарын эшкәртеүҙең тулы циклын күрһәттеләр. Ул махсус машина менән килтерелгән материалдарҙы ҡабул итеп алыуҙан башлана, артабан бөтәһенә лә махсус штрих ҡуйыла, мәғлүмәттәр компьютерға индерелә. Аҙаҡ документтар 180 миллион биткә иҫәпләнгән заманса ҙур һаҡлағысҡа оҙатыла. Унан теләһә ниндәй ҡағыҙҙы тиҙ арала табып алып ҡарарға мөмкин.
Рәсәйҙә беренсе булып асылған был үҙәк Өфөлә былтырҙан бирле эшләй. Ул Башҡортостанды ғына түгел, Силәбе, Свердловск, Ҡурған, Омск өлкәләрен, Пермь крайын һәм Ханты-Манси автономиялы округын да хеҙмәтләндерә. Илдә ошоноң кеүек 11 төбәк-ара үҙәк төҙөләсәк.
Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе Михаил Мишустин бындай объектты асыу өсөн Өфөнөң осраҡлы һайланмауын белдерҙе.
— Республика күп йылдар инде мәғлүмәттәрҙе электрон эшкәртеү технологияларын камиллаштырыу буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе булып тора. Был йәһәттән һеҙҙә ҙур тәжрибә тупланған. Өфө географик урыны буйынса ла бик уңайлы, — тине ул.
Әйтергә кәрәк, үҙәкте сафҡа индереү өсөн аҡса ла артыҡ күп сарыф ителмәгән.
— Беҙгә махсус рәүештә бер нәмә лә төҙөргә тура килмәне. Әле “Һалым-Сервис” булып хеҙмәт иткән заманса бина элек гараж булған, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һаҡлау системаһы менән танышҡанда шул асыҡланды: бының кеүек архив беҙгә дәүләт ҡағыҙҙарын туплап барыу өсөн дә уңайлы булыр ине. Технологиялар оҡшаны, тәжрибәне өйрәнергә һәм киңерәк файҙаланырға кәрәк.
Бындай үҙәктең уңайлы яҡтары күп. Уларҙың иң мөһимдәренең береһе — һалым инспекторҙарының ваҡ мәшәҡәттән ҡотолоуы.
Был фекер менән Рәсәй финанс министрының беренсе урынбаҫары Татьяна Нестеренко ла килеште.
— Беҙ бөгөн дәүләт идараһы концепцияһы тураһында ныҡлап уйланабыҙ. Чиновник башҡарырға тейеш эштәрҙең ваҡтарын айырып, аутсорсингка бирергә кәрәк. Сит илдә бының менән әүҙем шөғөлләнәләр, — тине ул.


Вернуться назад