Юрист кәңәштәре15.03.2013
Паспорттың булыуы хәйерлерәк

— Бер хәлгә тарыным, шәхесемде асыҡларға кәрәк ине, ә ҡулда — водитель танытмаһы ғына. Ошо сәбәпле хоҡуҡ һаҡлау органдары менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡты. Һорауым шундай: Рәсәйҙә водитель танытмаһы шәхесте асыҡлаусы документ булып иҫәпләнәме?
Зәбир, Учалы ҡалаһы.

— 14 йәше тулған Рәсәй кешеһенең шәхесен танытыусы төп документ — Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты (уны йыш ҡына “дөйөм гражданлыҡ паспорты” тип атайҙар). Әгәр илебеҙ гражданының йәше 14-тән кәмерәк икән, уның төп документы булып тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ иҫәпләнә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа, паспорт һәм тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтан тыш, шәхесте танытыу ҡағыҙы шулар: моряк паспорты (2014 йылдың 1 ғинуарына тиклем); хәрби хеҙмәттә булыуын раҫлаусы танытма (хәрби хеҙмәт үткән осраҡта); Рәсәй гражданы шәхесен раҫлаусы ваҡытлы танытма (паспорт әҙерләнгәнсе бирелә) иҫәпләнә. Әммә ҡануниәттә водитель танытмаһының шәхесте асыҡлаусы документ булмауы тураһында әйтелмәгән. Шуға күрә күп нәмә айырым осраҡҡа бәйле. Мәҫәлән, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәре өсөн водитель танытмаһы ла етә, ә банктан кредит алыу йә иһә теге йәки был документты нотариаль яҡтан раҫлау өсөн уны танымаясаҡтар.

Нисек айырылышырға?

— Биш йыл элек кейәүгә сыҡҡайным. Ғаилә тормошо баштан уҡ йүнле булманы, шулай ҙа түҙеп йәшәнем. Хәҙер ирем ҡайҙалыр Рәсәй төбәктәренең береһенә эшкә китте лә юғалды. Йылдан ашыу уны күргәнем юҡ. Шулай ҙа һирәк-һаяҡ шылтыратыуҙарына ҡарағанда һәм таныштар аша иҫән-һау икәнлеген дә беләм. Яңы ғаилә ҡорорға теләйем, әммә ирем менән рәсми айырылмағанбыҙ. Уны табыу мөмкин түгел. Үҙе булмаһа ла, ирем менән айырылышыу юлы бармы? Бының өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Сәриә, Белорет районы.

— Эйе, унһыҙ ҙа айырылыша алаһығыҙ. Был ҡыйын түгел. Һеҙгә үҙегеҙҙең йәшәгән урынығыҙ буйынса мировой судҡа ғариза ғына бирергә кәрәк.


Вернуться назад