Көҙҙө хәстәрләй башланылар14.03.2013
"Берҙәм Рәсәй" Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк сәйәси советындағы сираттағы ултырышта быйыл 8 сентябрҙә үтәсәк һайлауға әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде.
Бөгөн республикала 3415 һайлау участкаһы ойошторолоп, уларҙың комиссиялары составына 28 мең ағза ингән. Кандидаттар билдәләү буйынса байтаҡ эш башҡарылған, күп кенә документ тултырылған. Партияның урындағы бүлексәләре тарафынан тәҡдим ителгәндәр һайлау комиссияларында теркәү үткән.
Республикалағы һайлау участкаларында "Берҙәм Рәсәй"ҙән – 1540, "Ғәҙел Рәсәй"ҙән – 160, "Рәсәй патриоттары"нан – 122, КПРФ-тан – 87, "Ғәҙеллек өсөн" пенсионерҙар Рәсәй партияһынан 82 кеше комиссия рәйесе итеп һайланған. Араларында башҡа партия вәкилдәре лә бар. Был хаҡта "Берҙәм Рәсәй" Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев белдерҙе.
Буласаҡ һайлауға әҙерлек йәһәтенән партия эсендә алдан тауыш биреүҙе ойоштороу бурысы тора. Был сара Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, шулай уҡ урындағы үҙидара органдарына депутатлыҡҡа кандидаттар билдәләү өсөн дә мотлаҡ, ти партия ағзалары. Һайлаусылар менән 55 осрашыу ойоштороласаҡ, унда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтынан, "Йәш гвардия"нан вәкилдәр ҡатнашыуы көтөлә.
Партия эшенең кимәле иң тәүҙә ундағы кадрҙарҙың һөнәри әҙерлегенән тора. Һуңғы ун ай эсендә генә төбәк бүлексәһендә партияның етәксе кадрҙарын яңыртыу буйынса байтаҡ эш башҡарылған. Былтыр декабрҙә, мәҫәлән, йәшерен тауыш биреү юлы менән 15 кешенән торған Төбәк сәйәси советы һайланған.
Мөһим сәйәси кампания алдынан иң әһәмиәтле бурыстарҙың береһе – һайлау алды программаһын булдырыу. Быға тиклем ҡабул ителгән программаларҙың күп пункттары тормошҡа ашҡан, яңыһында ла ошо уҡ принциптарға тоғро ҡалмаҡсылар.