Кеше мәнфәғәте һандар артында ҡалмаһын!14.03.2013
Республикабыҙҙың социаль-иҡтисади хәле нисек? Ни өсөн торлаҡ, юл төҙөлөштәрендә һәм ҡайһы бер башҡа өлкәләрҙә коррупцияны әлегәсә ауыҙлыҡлап булмай? Бөтә халыҡты борсоған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы “дөйөм йорт ихтыяжы өсөн” түләүҙәрҙән ҡотолоу әмәле бармы? Алданған өлөшсөләр мәсьәләһенә ҡасан нөктә ҡуйылыр? Ғөмүмән, иҡтисади яҡтан ҡатмарлы 2013 йылда халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуҙа ниндәй яңы аҙымдар яһалыуы мөмкин?
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә үткән Хөкүмәт ултырышында былтырғы ҡыуаныслы ҡаҙаныштарҙы барлауҙан бигерәк быйыл көтөлгән яңы һынауҙар, власть органдары, етәкселәр иңенә төшкән ҙур бурыстар хаҡында һүҙ барҙы. Премьер-министр урынбаҫарҙары Рәүеф Ноғоманов, Евгений Маврин, Эрнст Исаев, Лилиә Ғүмәрова үҙҙәре ҡарамағында булған өлкәләрҙәге эш барышына баһа бирҙе, мөһим мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев һәм мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Владимир Аристархов тармаҡтарҙы яңыртыу буйынса күрелгән саралар хаҡында сығыш яһаны.
Республикабыҙҙың былтыр инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән ылыҡтырғыс төбәк икәнен раҫлауы һөйөнөслө. Санкт-Петербург ҡалаһында үткәрелгән халыҡ-ара форумда “Рәсәйҙең иң яҡшы инновацион төбәге” конкурсында еңеүселәрҙең береһе булған Башҡортостанда халыҡтың көнитмеше нисек? Ни өсөн миллиард һумдар һалынған һаулыҡ һаҡлау тармағына пациенттарҙың ышанысы ныҡ ҡаҡшаған? Кешенең өмөтөн нисек аҡларға?
— Беҙгә отчеттар кәрәкмәй, һандар менән мауығып, кеше хаҡында онотмайыҡ, — тине Президент. — Быйыл еңелдән булмаясаҡ, тормош кимәлен яҡшыртыу өсөн барыбыҙға ла тырышып эшләргә кәрәк!
Һорауҙар һәм талаптар яуаптарға ҡарағанда күберәк яңғыраған ултырышта ҡаралған етди мәсьәләләр хаҡында гәзиттең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.