Тәгәрмәс яй, әммә әйләнә13.03.2013
Президент Рөстәм Хәмитов республикабыҙҙың эшҡыуарлыҡ даирәһе вәкилдәре менән кәңәшмә үткәрҙе.

Дөйөм алғанда, республикабыҙ өсөн уҙған йыл уңышлы булған. Сәнәғәт етештереү күләменең артыуы, төбәк тулайым продуктының үҫеүе, төп капиталға инвестицияларҙың күплеге шуға асыҡ миҫал. Уның ҡарауы, 2013 йыл ауыр ғына булмаҡсы, иң мөһиме – социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы тора.
Былтыр иһә эш хаҡын күтәреүгә өлгәшелгән. Был – бик яҡшы күрһәткес. Етештереү предприятиеларында ла алға китеш күҙәтелгән. Әйткәндәй, был йәһәттән Башҡортостан – Волга буйы федераль округында лидер.
Эшҡыуарлыҡ даирәһе вәкилдәрендә илһөйәрлек тойғоһоноң көслө булыуы билдәләнде һөйләшеүҙә. Уны киләсәктә лә дауам итеү кәрәк. Улар етештергән тауарға баҙарҙа ҙур ихтыяж булһын өсөн республика етәкселеге ныҡ тырыша.
– Һеҙҙең тарафтан ярҙам ҙур, беҙ ҙә һеҙгә булышлыҡ итергә әҙер, – тине Рөстәм Хәмитов. – Белеүемсә, үҫеү тәңгәлендә һәр берегеҙҙең уңышлы планы бар. Инвестиция йәлеп итеү буйынса тәгәрмәс яй, ләкин алға әйләнә башланы. Индустриаль парк төҙөйәсәкбеҙ, киләсәктә радиоэлектроника сәнәғәте кластеры барлыҡҡа киләсәк. Һеҙҙән тәҡдимдәр көтәм, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ көслө, ул артабан да дауам итһен.


Вернуться назад