Ышанысты юғалтҡан...13.03.2013
Башҡортостан Юғары судының апелляция билдәләмәһе көсөнә инде. Ул Белорет ҡала Советына хакимиәт башлығы Игорь Кусакин менән муниципаль контрактты өҙөү бурысын йөкмәтә.

Республика Прокуратураһында хәбәр итеүҙәренсә, прокурор тикшереүе һөҙөмтәләре судҡа мөрәжәғәт итеү өсөн нигеҙ булған. Атап әйткәндә, Белорет башлығы 2011 йыл өсөн мөлкәт тураһындағы мәғлүмәттәрендә ҡатынының килемен күрһәтмәүҙә ғәйепләнә.
Бынан тыш, Игорь Кусакин ҡала хакимиәте менән ҡатыны етәкселек иткән “Жилкоммунсервис” идарасы компанияһы араһында йыл һайын төҙөлгән договор һөҙөмтәһендә күп фатирлы йорттарҙа муниципаль торлаҡ фондында идара итеүҙә килеп сыҡҡан мәнфәғәттәр бәхәсен көйләү буйынса сара күрмәгән.
Тикшереү һөҙөмтәләрен Прокуратура ҡала Советы рәйесенә ебәрҙе һәм Белорет башлығын “ышанысты юғалтҡан” тип эштән бушатыуҙы талап итте. Әммә ҡала Советы Кусакин әфәнденең ғәмәлдәрендә закон боҙоу һәм мәнфәғәттәр бәхәсен тапманы. Ошоға бәйле Прокуратура, ҡала Советының сара күрмәүен законһыҙ тип таныуҙы һәм етәксе менән контрактты тарҡатыуҙы талап итеп, ҡала судына мөрәжәғәт итте.
Беренсе инстанция суды, прокурорҙың ғаризаһын ҡарағандан һуң, талапты ҡәнәғәтләндереү өсөн нигеҙ тапманы.
Район-ара прокуратура Юғары судҡа ялыу бирҙе. Башҡортостан Юғары судының апелляция инстанцияһы, Белорет ҡала судының ҡарарын юҡҡа сығарып, һәм прокурорҙың дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе. Урындағы депутаттарҙың ҡарары законһыҙ тип танылды. Шуға күрә Кусакин менән контрактты өҙөргә тейеш.

Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте аңлатмаһы:
Дәүләт йәки муниципаль хеҙмәтте үҙ ғаиләңдең мәнфәғәттәре менән берләштереү ҡасан да булһа насар һөҙөмтәгә килтерә. Башҡортостан Президенты коррупцияға ҡаршы сәйәсәт үткәрә. Ул эҙмә-эҙлекле аҙымдарҙа, ысын эштәрҙә сағыла. Быйылдан башлап чиновниктарҙың мөлкәтен һәм килемен декларациялауға талап көсәйтелде, тәүге тапҡыр ҙур сығымдарҙы декларациялау ғәмәлгә индерелде. Февралдә республика кадрҙар резервы үҙәге эшләй башланы. Чиновниктар тест һөҙөмтәләре буйынса ғына эшкә алына, шул иҫәптән коррупция йоғонтоһона бирелеү-бирелмәү йәһәтенән психологик тест үткәрелә. Был сараларҙың барыһы ла дәүләт органдарына осраҡлы һәм намыҫһыҙ кешеләрҙең, власҡа енәйәтселектең үтеп инеүенә, әшнәлеккә юл ҡуймауға йүнәлтелә.


Вернуться назад