Сеймал түгел, әҙер тауар етештерһендәр13.03.2013
Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәген үҫтереү мәсьәләһе республика етәкселеге кимәлендә бер бөгөн генә күтәрелмәй. Рөстәм Хәмитов власҡа килеү менән был райондарҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһына башлағайны. Төбәктең артта ҡалыуы һәм сәнәғәтенең тар йүнәлешле булыуы эш урындары етмәүгә, хеҙмәткә һәләтле халыҡтың республиканан ситкә китеүенә алып килә.

Был йәһәттән “2011 – 2015 йылдарҙа республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһы” ҡабул ителгәйне. Кисә республика Хөкүмәтендә программаның тормошҡа ашыуына арналған координация советы ултырышы булды, уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.
— Төбәктең проблемалары билдәле. Күп йыллыҡ тәжрибә шуны күрһәтә: был райондар үҙенсәлекле юлдан бара, улар майҙаны буйынса ҙур урын биләй, ә халҡы бик күп түгел. Икенсе яҡтан, ауыл хужалығы, урман, металлургия сәнәғәтендә төп сеймал бынан килә, әммә үҙҙәрендә тауар етештерелмәй тиерлек, — тине ул. — Ауыл хужалығы өсөн климат шарттары ауыр. Быларҙың барыһы ла ҡыйынлыҡ тыуҙыра.
Көньяҡ-көнсығыш райондарҙың иҡтисады, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күрше төбәктәргә бәйле. Улар тапҡан сеймалды Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре эшкәртә. Ә республика предприятиелары быға бик ашҡынып тормай.
Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, был төбәктә төп баҫымды ауыл хужалығы, сәнәғәт, айырыуса тау рудаһы, ағасты тулыраҡ эшкәртеү, төҙөлөш материалдары етештереү, бәләкәй һәм урта бизнесҡа яһарға кәрәк. Аңламаҫлыҡ хәл килеп сыға: бер яҡтан ҙур-ҙур предприятиелар бар, ә халыҡтың тормош сифаты маҡтанырлыҡ түгел. Кем өсөн эшләй һуң ул предприятиелар?
Президент ауыл хужалығы тауарҙары етештереү һәм уны эшкәртеүгә бәйле проблемаларға ла туҡталды. Бының менән, нигеҙҙә, фермер һәм шәхси хужалыҡтарҙа ғына шөғөлләнәләр тиерлек. Эре агропредприятиелар юҡ, булғаны ла тотороҡло эшләмәй. Урман мәсьәләһе лә көн үҙәгендә. Шулай уҡ экология, туризм һәм башҡа проблемалар күтәрелде.
Хөкүмәт ағзалары, яуаплы министрҙар һәм етәкселәр, был төбәктәрҙең район хакимиәте башлыҡтары сығыш яһаны, проблемаларҙы хәл итеүҙең үҙ юлдарын тәҡдим итте.

Белешмә:
Көньяҡ-көнсығыш төбәктә бөтәһе 333,9 мең кеше йәшәй (Башҡортостан халҡының 8,2 проценты).
Райондар биләгән майҙан республика территорияһының 27,9 процентын тәшкил итә.
Һуңғы ике йыл эсендә программа сиктәрендә 2500 яңы эш урыны булдырылған.


Вернуться назад