Венесуэла етем ҡалды...12.03.2013
5 мартта билдәле дәүләт эшмәкәре, капиталистик режимға һәм АҠШ империализмына ҡаршы сәйәсәт алып барыусы Уго Чавес 58 йәшендә вафат булды.
Донъя кимәлендәге сәйәсмән
Венесуэла лидеры донъя тарихында тәрән эҙ ҡалдырҙы. Хәрби академия тамамлаған элекке десантсы сәйәсәткә 1992 йылда килә: бер төркөм хәрби менән президент Карлос Андрес Пересты властан алып ташларға була, әммә, уңышһыҙлыҡҡа осрап, төрмәгә ябыла. Ике йылдан иреккә сыҡҡас, үҙ фирҡәһен ойоштороп, ҙур сәйәсәткә юл яра. 1998 йылда инде президент һайлауында ҡатнашып, еңеү яулай. Һуңғараҡ уға йәнә өс тапҡыр ил етәксеһе вазифаһын ышанып тапшыралар. 2012 йылдың көҙөндә уҙған президент һайлауында ла күпселек Уго Чавес өсөн тауыш бирҙе. Әммә ауыр сир уны аяҡтан йыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яман шеш көслөрәк булып сыҡты.
Уго Чавестың ваҡытһыҙ вафатына бәйле Венесуэлала ете көнлөк матәм иғлан ителде. Уның үлеме — Венесуэла халҡы ғына түгел, Латин Америкаһы илдәре өсөн дә ҙур юғалтыу. Командантены һуңғы юлға оҙатырға өс тиҫтәгә яҡын илдең етәкселәре килде. Иран президенты Мәхмүд Әхмәдинежад, Белоруссия президенты Александр Лукашенко кеүек сәйәсмәндәр ҙә мәрхүмдең йыназаһында ҡатнашты. Венесуэла етәкселеге Уго Чавестың кәүҙәһен бәлзәмләп, мавзолейға һалырға ҡарар итте.
Ҡоралһыҙ инҡилап ойоштороусы
Чавес идара иткән 14 йылда Венесуэла ысын мәғәнәһендә сәскә атты. Дәүләт башлығы илһөйәр булды һәм ябай халыҡ мәнфәғәте өсөн көрәште, хәйерселекте бөтөрөү өсөн быуаттар һуҙымында эшләнмәгәнде атҡарырға өлгөрҙө. Билдәле булыуынса, Венесуэла нефть ятҡылыҡтарына бай, әммә Уго Чавес власҡа килгәндә уның төп өлөшө АҠШ капиталистары ҡулында ине. Дәүләт етәксеһе нефть, газ, энергетика тармаҡтарын, ҡеүәтле цемент етештереү предприятиеларын шәхси ҡулдарҙан тартып алып, дәүләт милкенә әйләндереүгә өлгәште. Нефть сығарыу һәм эшкәртеү тармағын дәүләткә тапшырыу яғыулыҡтың арзанайыуына килтерҙе. Әле Венесуэлала бер литр бензиндың хаҡы беҙҙең аҡсаға әйләндергәндә 1 һумға ла етмәй. Халыҡты социаль яҡлау кимәлен күтәреү менән бер рәттән, Чавес илдең оборона ҡеүәтен нығытыу буйынса ла эҙмә-эҙлекле эш алып барҙы. Рәсәйҙән күпләп хәрби техника, ҡорал һатып алды. Илде ҡоралландырһа ла, бер дәүләткә лә һуғыш асыу менән янаманы.
Теләктәштәре күп булды
АҠШ империализмына ҡаршы асыҡтан-асыҡ көрәш алып барырға баҙнат итеүселәрҙең береһе лә ул. 2006 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Брюсселдә үткән генераль ассамблеяһында ул саҡтағы АҠШ президенты Джордж Бушҡа ҡуҡыш күрһәтеп, уны “иблис” тип атауын күптәр хәтерләйҙер. АҠШ сәйәсәтенә ҡаршы эш алып барыу һөҙөмтәһендә Венесуэла лидеры Латин Америкаһы илдәрендә үҙенә байтаҡ теләктәш тапты. Шуларҙан Куба лидеры Фидель Кастро, уның вариҫы Раул Кастро, Эквадор етәксеһе Рафаэль Корреа, Никарагуанан Даниэль Ортего, Боливиянан Эво Моралес Уго Чавестың яҡын дуҫтары, рухташтары булды. Шулай уҡ ул Иран президенты Мәхмүд Әхмәдинежад, Белоруссия президенты Александр Лукашенко менән дуҫтарса мөнәсәбәттә ине. Рәсәй етәкселеге менән дә уртаҡ тел табыуға өлгәште Уго Чавес. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа Рәсәй — Венесуэла хеҙмәттәшлеге айырыуса әүҙемләште. Был илгә күпләп хәрби ҡорал, техника һаттыҡ. Бының өсөн АҠШ тарафынан тәнҡиткә лә дусар булдыҡ. Киләсәктә ике ил берлектә яңы нефть ятҡылыҡтарын үҙләштерә башларға тейеш ине. Әлеге эштең инде бойомға ашмауы ла ихтимал. Барыһы ла власҡа кем килеүенә бәйле буласаҡ.
Шуныһы ҡыуаныслы: Уго Чавес үҙе иҫән саҡта вариҫы итеп вице-премьер Николас Мадуроны билдәләп өлгөргәйне. Был аҙымдың илде сәйәси тарҡаулыҡтан ҡотҡарасағын күҙаллағандыр. Ил конституцияһына ярашлы, бәлә-ҡаза килгәндә вице-премьер президентты алыштырырға тейеш. Президент вазифаһын башҡарыусы булараҡ Николас Мадуро ил парламенты алдында ант бирҙе лә инде. Яңы башлыҡ һайланғанға тиклем илгә ул идара итәсәк.
Президент һайлау 14 апрелгә тәғәйенләнгән. Унда власть партияһынан Николас Мадуро, оппозициянан Миранда штаты губернаторы Энрике Каприлес көс һынашасаҡ.
АҠШ үҙ мәнфәғәтен алға һөрмәксе
АҠШ етәкселеге: ”Чавес донъя ҡуйғандан һуң Венесуэла халҡы өсөн демократик үҫешкә һис ҡасан булмаған мөмкинлек асылды”, — тип яр һалып өлгөрҙө. Улар Венесуэланы үҙ яғына ауҙармаҡсы, сөнки АҠШ башлыса ошо илдең нефтенә күптән өмөт итә. Әлбиттә, һайлауҙа оппозиция еңһә, Венесуэлалағы сәйәсәт бөтөнләй икенсе йүнәлеш аласаҡ. АҠШ етәкселеге көслө лидерһыҙ тороп ҡалған дәүләткә талпан кеүек йәбешеп ҡалырға, уның елеген һурырға уҡтала ла инде. Әммә донъя йәмәғәтселеге, шул иҫәптән Рәсәй быға юл ҡуймаҫ тип ышанғы килә.