Башҡортостан менән Израиль ике яҡлы хеҙмәттәшлеккә асыҡ. Был хаҡтағы ниәттәрен белдереү, республика менән танышыу өсөн Өфөгә Рәсәйҙәге Израиль дәүләте илселегенән делегация килде.
Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов, урынбаҫарҙар Евгений Маврин һәм Эрнст Исаев менән илселектең Тулы хоҡуҡлы министры, дипломатия миссияһы башлығы урынбаҫары Ольга Слов һәм илселектең мәҙәниәт буйынса атташеһы Яффа Оливицки осрашты.
Рәсми һөйләшеүҙән һуң ҡунаҡтар журналистар менән аралашты һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
— Төбәгегеҙҙе яҡшыраҡ өйрәнеү, ниндәй өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү уңышлыраҡ булыуын белеү өсөн килдек. Сәфәр барышында һорауҙарыбыҙға яуап таба алдыҡ тип иҫәпләйем, — тине Ольга Слов. — Бөгөнгө килеүебеҙ нигеҙҙә танышыу өсөн генә булһа ла, ул бик мөһим. Ниндәй йүнәлештә эшләргә кәрәклеген аңланыҡ.
Һүҙ иҡтисади һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү тураһында бара. Иҡтисадҡа килгәндә, бында ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, биотехнологиялар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, туризм тармаҡтары ике яҡта ла ҡыҙыҡһыныу уята. Слов ханым әйтеүенсә, республика уларҙан ҡоролоҡ шарттарында ла һәйбәт уңыш алыу тәжрибәһен өйрәнә ала.
Ханымдар Башҡортостанда йәшәүсе йәһүдтәр, уларҙың милли-мәҙәни ойошмаһы вәкилдәре менән осрашҡан. Әйтеүҙәренсә, республикалағы милли сәйәсәт менән ҡәнәғәт ҡалғандар.
Яффа Оливицкиға иһә беҙҙең бай мәҙәни тормош оҡшаған. Улар “Башҡорт киноһы төнөндә” булған, айырыуса “Башҡортостан” киностудияһы төшөргән фильмдан ҡәнәғәт ҡалғандар. Артабан ниндәй ҙә булһа мәҙәни алмаш алып барыу тураһында фекерҙәр бар. Делегацияның сәфәре дауам итә, улар тағы бер нисә рәсми осрашыу үткәрәсәк.