Яңы йүнәлештәр асыла06.03.2013
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова етәкселегендәге республика делегацияһы ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында булды. Быйыл октябрҙә бында Башҡортостан Республикаһы менән халыҡ-ара таныштырыу саралары уҙғарыласаҡ.
Саралар Башҡортостан менән ЮНЕСКО араһындағы хеҙмәттәшлектең 15 йыллығына арнала. Шулай уҡ Федор Шаляпиндың тыуыуына — 140, Рудольф Нуриевтың тыуыуына 75 йыл тулыу ҙа унда сағылыш табасаҡ, республикабыҙҙың эш, мәҙәни, туристик ҡеүәте күрһәтеләсәк.
Парижға сәфәр барышында Рәсәйҙең ЮНЕСКО ҡарамағындағы Даими вәкиле Элеонора Митрофанова, Рәсәйҙең Франциялағы Илселегендәге советник-илсе Леонид Кадышев, Париждағы Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәге директоры Игорь Шпынов, ЮНЕСКО штаб-фатиры секретариаты вәкилдәре менән осрашыуҙар үтте. Уларҙа таныштырыу сараларына әҙерлек, Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәйҙең Франциялағы Илселеге араһындағы хеҙмәттәшлек, быйыл 31 ғинуарҙа Мәскәүҙә ҡул ҡуйылған Башҡортостан менән “Россотрудничество” араһындағы хеҙмәттәшлек буйынса килешеүҙе артабан тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.
Башҡортостан ЮНЕСКО хәрәкәтен үҫтереүгә, уның идеяларын һәм принциптарын тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индерә. Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре комиссияһы делегацияһы ағзалары ла Өфөгә сәфәре барышында шуны билдәләгәйне. Былтыр баш ҡалабыҙҙа һөнәри-техник белем биреү буйынса ЮНЕСКО үҙәге — ЮНЕВОК асылды. Республика “Донъя халыҡтары мәҙәниәте диалогы” тип аталған күләмле акцияла әүҙем ҡатнаша. Уға ярашлы, ижади коллективтарыбыҙ Германия, Франция, Швейцария, Балтик буйы илдәрендә сығыш яһаны. ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре уңышлы эшләй.