Хеҙмәттәшлек дауам итә05.03.2013
Президент Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының президенты Торстен Раш һәм генераль секретары Ричард Смит менән осрашыу үткәрҙе.
— Уйындарҙың тамамланыуы хеҙмәттәшлек туҡталып ҡала тигәнде аңлатмай. Беҙ ошо йүнәлештәге эште дауам итергә, аралашырға ниәтләйбеҙ. Минеңсә, балалар уйындары юғары кимәлдә үтте. Спорт объекттарында даими булам, балалар менән аралашам, улар бик ҡәнәғәт. Һеҙҙең менән танышыуға шатмын. Был — беҙҙең өсөн бик ҡиммәтле тәжрибә, — тине республика Президенты.
Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты спорт ярыштарынан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
— Республикағыҙҙа уйындар ҙур уңыш менән үтте, тигән фекерҙәбеҙ. Беҙ генә түгел, ярышта ҡатнашҡан балалар ҙа ошондай баһа бирә. Халҡығыҙ бик ҡунаҡсыл, шуға күрә был көндәрҙә үҙебеҙҙе өйҙәгесә тойҙоҡ. Ойоштороусыларҙың, ҡатнашыусыларҙың юғары профессионализмын да билдәләргә кәрәк, — тине Торстен Раш.
Рөстәм Хәмитов берлектә башҡа саралар ҙа ойоштороп, хеҙмәттәшлекте дауам итергә тәҡдим яһаны. Уның билдәләүенсә, айырым спорт төрҙәре буйынса ярыштар үткәрергә кәрәк, республика бындай хеҙмәттәшлеккә әҙер.
Уйындар һөҙөмтәһендә үҙ-ара артабан эш итеү өсөн нигеҙ барлыҡҡа килде, тип билдәләне Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит.
Республика Президенты ҡунаҡтарға хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе.