Француздар нимәгә өмөтләнә?05.03.2013
Уҙған аҙнала Франция президентының Рәсәйгә эш сәфәре йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгендә булды.

Февралдең һуңғы көндәрендә Франция президенты Франсуа Олланд эш сәфәре менән Мәскәүгә килде һәм Владимир Путин менән осрашты. Был — уларҙың икенсегә күрешеүе. Мәскәүгә тәүге тапҡыр килгән Олландты шикләнеп тә, ҡыҙыҡһынып та ҡаршы алдылар. Әлбиттә, бының үҙ сәбәбе бар: ул власҡа килгәндән һуң Францияла рәсәйҙәр өсөн сәйерерәк закондар ҡабул ителде. Шуларҙың береһе — хәллеләргә килемдең 75 проценты күләмендә һалым билдәләү. Бер енеслеләрҙең никахын законлаштырыу ҙа — беҙҙең өсөн башҡа һыймаҫлыҡ хәл.
Осрашыу барышында һүҙ башлыса тышҡы сәйәсәткә һәм иҡтисадҡа бәйле булды. Сүриә конфликты буйынса хәл иткес аҙым яһаласаҡ, әммә Франция Европа союзы ҡабул иткән санкция сиктәрендә эш итәсәк, тине Франсуа Олланд. Шул уҡ ваҡытта ул Сүриә оппозицияһына ҡорал һатыусы илдәрҙе тәнҡитләп сығыш яһаны. Былтыр көҙ Франция Үҙәк Африкалағы Малиға үҙ ғәскәрен индергәйне. Олланд Путинға был илгә хәрбиҙәрҙе ни сәбәпле оҙатыуын аңлатып, аҡланып маташты. Йәнәһе, Малиҙағы низағҡа Франция ҡыҫылмаған осраҡта был илдә идара террорсылар ҡулына күсер ине.
Олланд Рәсәйҙә йәшәүсе француз диаспораһы менән дә осрашты. Уларҙың күбеһе — хәлле эшҡыуарҙар, шуға ла Рәсәйҙә француз эшҡыуарлығын үҫтереү, виза мәсьәләһен хәл итеү тирәләй һүҙ барҙы. Был ил йыл һайын Рәсәйгә 10 миллиард евро күләмендә инвестиция һала, ә бына беҙҙән Францияға ағылған аҡса бик аҙ. Мәртәбәле ҡунаҡ эшҡыуарҙарыбыҙҙы ошо йүнәлештә эш алып барырға, хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы.
Олландтың француз эшҡыуарҙары менән осрашыуын мәскәүҙәр генә түгел, ватандаштары ла хупланы, уны хатта “практик президент” тип атарға өлгөрҙөләр. Француз сәйәсмәндәре социалист Олланд башлыса идеология менән шөғөлләнер тип уйлағайны шул. Әле иһә ул, Рәсәй менән иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытып, был йәһәттән Германияны уҙып китеүҙе төп бурыс итеп ҡуя. Тап ошо маҡсатта Сит ил эштәре министрлығында Рәсәй менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса махсус вәкил тәғәйенләнгән.
Франсуа Олландтың тышҡы сәйәсәт менән шөғөлләнеүенән файҙаланып, Франция оппозицияһы етәкселеккә яңы талаптар ҡуя башланы. Илдең “Милли фронт” партияһы етәксеһе Марин Ле Пен үҙ яҡлыларҙы демонстрацияға алып сыҡты. Улар президенттан илде Европа союзынан сығарыу өсөн референдум көнөн билдәләүҙе талап итә. Марин Ле Пендың тап ошо мәлгә иҫәп тотоуы юҡтан ғына түгел: яңыраҡ ҡына Италияла парламент һайлауы булғайны, һәм унда илде Европа союзынан сығарыуҙы төп әләм итеп алған комик артист Беппе Гриллоның “Биш йондоҙ хәрәкәте” партияһы көтөлмәгәнсә күп тауыш йыйыуға өлгәште.


Вернуться назад