Заман технологиялары белемле итәсәк01.03.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә "Смарт-төбәк: электрон белем биреү мөмкинлектәре" халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһын асыу тантанаһында ҡатнашты.

– "Аҡыллы йәмғиәт", "аҡыллы төбәк" – беҙҙең өсөн ҡәҙимге төшөнсәләр түгел кеүек, шуға күрә ошо турала асыҡтан-асыҡ һөйләшергә ваҡыт. Әлеге мәлдә кешелек иҫ киткес ҙур белем туплай, ҡайһы саҡта йылына ул тиҫтәләрсә тапҡырға үҫә. Былтыр эш сәфәре барышында Корея һоҡландырҙы: тәбиғи сеймал сығанаҡтары булмаһа ла, был ил фәндә, мәғарифта, йәмәғәтселек үҫешендә ҙур уңышҡа өлгәшә алған, – тине Президент.
Рөстәм Зәки улы электрон белем алыуҙың хәҙер айырыуса көнүҙәк икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәғарифтың был төрө өмөтлө йәш ғалимдарыбыҙҙы үҙебеҙҙә ҡалдырыу мөмкинлеген бирә. Ни тиһәң дә, аҡыл өсөн "көрәш" – төп бурыстарҙың береһе.
Республика башлығы белдереүенсә, электрон белем биреүҙе бөтөн йүнәлештәрҙә үҫтереү хаҡында ҡарар Хөкүмәт кимәлендә ҡабул ителгән. Яңы технологияларға мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы ғына түгел, оло быуынды ла йәлеп итеү күҙ уңында тотола. Был иһә белем биреүҙе өр-яңы кимәлгә күтәрәсәк.


Вернуться назад