Мөһим мәсьәләләр ҡаралды01.03.2013
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре комитеты рәйесе Игорь Ананских, Дәүләт Думаһы депутаттары Николай Валуев һәм Рима Баталова менән эш осрашыуы үткәрҙе. Унда балалар-үҫмерҙәр спортын, профессиональ спортты, Олимпия һәм Паралимпия хәрәкәттәрен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

* * *
Бынан тыш, Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөтә донъя шашка федерацияһы башлығы Гарри Оттен менән осрашты. Сарала киләһе йыл Өфөлә Бөтә донъя интеллектуаль уйындарын ойоштороу, быйыл йәй республикабыҙҙың баш ҡалаһында шашка буйынса донъя чемпионатын үткәреү мәсьәләләре иғтибар үҙәгендә булды.


Вернуться назад