Юрист кәңәштәре01.03.2013
Ни эшләтһәгеҙ ҙә була

— Ғаиләлә ике бала — ағайым менән мин — үҫтек. Атай-әсәйемдең ауылда ла йорто бар ине. Улар вафат булырҙан алда шул өйҙө икебеҙгә мираҫ итеп ҡалдырҙы. Ағайым менән әле мөнәсәбәттәр шәптән түгел, ә ауылдағы йорт мираҫсылар араһында бүленмәгән. Мин үҙемдең өлөшөмдө башҡа берәүгә бүләк итә аламмы?
Ләйсән, Салауат ҡалаһы.

— Йорттоң яртыһы законға ярашлы һеҙҙеке. Шулай булғас, кемгә теләһәгеҙ, шуға бүләккә бирергә хоҡуғығыҙ бар. Һеҙ — йортҡа дөйөм милекте бүлешеүҙә ҡатнашыусы, тимәк, үҙ өлөшөгөҙҙө һата, бүләк итә, мираҫҡа ҡалдыра йәки башҡа төрлө файҙалана алаһығыҙ. Был осраҡта йорттоң бүленгәнме-юҡмы икәнлеге мөһим түгел. Үҙ өлөшөгөҙҙө сит кешегә һатҡан йәки алмаштырған осраҡта, Рәсәйҙең Гражданлыҡ кодексындағы 250-се статьяға ярашлы, милектең икенсе яртыһына хужаның, йәғни ағайығыҙҙың, башҡалар алдында һатып алыу йәһәтенән өҫтөнлөгө барлығын онотмағыҙ. Бүләк итеүгә бәйле бындай ҡағиҙә юҡ.

Ҡурҡытыуҙарына ышанмағыҙ

— Үҙ башыма бәлә итеп, коммерция банктарының береһенән ҙур процентҡа кредит алғайным. Тәүҙә, һәйбәт эш хаҡы барҙа, айыныҡын-айына биреп килдем. Аҙаҡ бөтөнләй түләүҙе туҡтаттым, сөнки аҡсам етмәй башланы. Ә бурыс артҡандан-арта барҙы. Унан суд ҡарары сыҡты, тик мин, уның менән ризалашмайынса, дәғүә белдерҙем. Әлеге ваҡытта миңә коллектор агентлығы шылтырата һәм бурысымдың уларға һатылыуы тураһында хәбәр итә. Тиҙ арала ҡапламаһағыҙ, бирәсәгегеҙ ике тапҡырға артасаҡ, тип янайҙар. Был законлымы?
Рәсүл, Өфө ҡалаһы.

— Рәсәйҙең Гражданлыҡ кодексындағы 384-се статьяға ярашлы, беренсел кредиторҙың хоҡуҡтары яңыһына шул уҡ күләмдә һәм шарттарҙа күсә. Шуға күрә һеҙгә бурыстың ике тапҡырға артыуы янамай. Был — коллекторҙарҙың ҡурҡытыу өсөн ҡулланған сараларының береһе. Ғөмүмән, коллекторҙарҙың эшмәкәрлеге ҡануниәт менән бер нисек тә көйләнмәй, тимәк, ул законһыҙ. Эште судҡа биреүҙе талап итегеҙ.

Һәр милексе үҙе хәл итә

— Бынан бер нисә йыл элек ике бүлмәле фатирҙы атайым, әсәйем, һеңлем һәм минең исемгә хосусилаштырғайныҡ. Былтыр ғаиләбеҙ тарҡалды. Атайым икенсе ҡатынға өйләнде лә әле шуның менән тора. Ул үҙенең өлөшөн яңы ҡатынына мираҫ итеп ҡалдыра аламы, беҙ быға ҡаршы сығырға хоҡуҡлымы? Хосуси милеккә алынған әлеге фатирҙы дүртенсе кешенең ризалығынан тыш дәүләткә ҡайтарып бирергә мөмкинме?
Әминә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

— Атайығыҙ үҙ милкен нисек теләй, шулай файҙалана ала. Мираҫҡа ҡалдырырға ла хоҡуҡлы. Быға закон нигеҙендә ҡаршылыҡ күрһәтә алмаясаҡһығыҙ. Хосусилаштырылған фатирҙы уның ризалығынан тыш дәүләт милкенә лә тапшыра алмайһығыҙ.


Вернуться назад