Хаталанһаң, штраф түлә28.02.2013
Башҡортостан парламентарийҙары “Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы федераль закон проектын Дәүләт Думаһына индереү буйынса закон сығарыу инициативаһын хупланы. Ул коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү күләмен иҫәпләү тәртибен боҙған өсөн административ яуаплылыҡты күҙаллай.
Проект Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты тарафынан тәҡдим ителгән.
— Документ коммуналь хеҙмәт күрһәтелгәндә граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында эшләнде, — тип хәбәр итте комитет рәйесе Наил Ҡотлогилдин. — Кодексҡа “Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү күләмен иҫәпләү тәртибен боҙоу” тигән өҫтәмә статья индереү күҙаллана. Идарасы ойошмалар, торлаҡ-төҙөлөш кооперативтары, торлаҡ милекселәре ширҡәте, башҡа махсус ҡулланыусылар кооперативтары коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙе иҫәпләү тәртибен боҙһа, уларҙың вазифалы кешеләренә 40–50 мең һум, ойошмаларға 80 меңдән 1 миллион һумға тиклем административ штраф һалырға тәҡдим итә.