Ҡануниәт камиллаша27.02.2013
Республика парламенты депутаттары 60-сы ултырыштың көн тәртибенә ярашлы 46 мәсьәләне ҡараны.
Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасовтың ведомствоның 2012 йылғы эшмәкәрлегенә арналған сығышы ҙур иғтибар менән тыңланды. Депутаттарҙың һорауҙары күп ине, Салауат Фәттәх улы уларҙың һәр береһенә төплө яуап бирҙе.
Тәҡдим ителгән закон проекттарының бер өлөшө тулыһынса ҡабул ителде. Улар араһында Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнөң ҡала статусы тураһындағы законға, муниципаль хеҙмәт өлкәһендәге ҡануниәт акттарына, республиканың Һайлау тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү һәм башҡалар бар.
Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголь һәм составында спирт булған тауарҙарҙы етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһындағы законға үҙгәреш индереү ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған закон проекттарының береһе ине. Закон ҡабул ителгәс, алкоголле эсемлектәрҙе күп кеше ҡатнашҡан сараларҙа һатыу тыйыласаҡ. Уның ваҡыты ла билдәләнгән: сара башланырҙан ике сәғәт алда, ул барғанда һәм тамамланғандан һуң бер сәғәт дауамында.
Пленар ултырышҡа тәүге тапҡыр сығарылған закон проекттары араһында ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү, тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау, халыҡ кәсептәрен, шәхси медицина эшмәкәрлеген үҫтереү һәм башҡа өлкәләргә ҡағылышлы ҡануниәт акттарын камиллаштырыуҙы күҙ уңында тотҡандары булды.