Төбәккә ҡыҙыҡһыныу артҡан27.02.2013
Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Йәмәғәт советының сираттағы ултырышында инвестициялар өсөн мөхитте яҡшыртыу мәсьәләләре тикшерелде.

– Былтыр инвестиция күләме 233 миллиард һумға еткән, был 2011 йылдыҡынан һигеҙ процентҡа күберәк. Ә дөйөм Рәсәй буйынса үҫеш алты процент самаһы. Башҡортостанға сит ил инвестициялары күләме йыл дауамында ике тапҡырға артҡан – 600 миллион доллар тәшкил иткән, – тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы.
Республика башлығы белдереүенсә, бөгөн 400 миллиард һумлыҡ 100-гә яҡын инвестиция проекты тикшерелә, шуның алтауһы уңышлы үтеп, йөҙҙәрсә кешегә эш урыны булдырылған. Башҡортостандың тулайым төбәк продукты, былтырғы һөҙөмтәләргә ҡарағанда, тәүге тапҡыр триллион һумлыҡ сикте үтеп киткән.
– Бындай юғары кимәл беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле, сөнки индустриаль сектор ғына түгел, инвестор менән һөҙөмтәле эшләү ҙә үҫешкә булышлыҡ итте. Күп кенә килешеүҙәр төҙөлдө, ә был үҙ сиратында яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирҙе, – тине Президент. – Республикабыҙ Рәсәйҙең башҡа субъекттары араһында сит ил инвесторҙарын йәлеп итеү буйынса алдынғылар рәтендә.
Башҡортостан етәксеһенең инвестициялар өсөн яуаплы советнигы Андрей Назаров билдәләүенсә, шул уҡ ваҡытта Рәсәй донъя буйынса рейтингта алдынғылыҡты биләмәй, ни бары 67-се урында бара. Беренсе урында Швейцария торһа, икенсе баҫҡысты Сингапур биләй икән. Рейтинг төҙөүселәр Рәсәйҙең үҫешенә аяҡ салыусы төп сәбәптәр тип коррупцияны, дәүләт аппаратының һөҙөмтәһеҙлеген, тағы ла һалымдың һәм социаль түләүҙәрҙең юғары булыуын билдәләгән.


Вернуться назад