Яңы плацдарм әҙерләнә26.02.2013
АҠШ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшкән бер мәлдә, Рәсәйҙең Латин Америкаһында үҙенә союздаштар эҙләргә тырышыуы, Италияла парламент һайлауҙары үтеүе үткән аҙнаның мөһим сәйәси ваҡиғалары булды.

Мәрхәмәтлек күрһәтеү үҙен аҡлармы?

Һуңғы арала АҠШ-Рәсәй мөнәсәбәттәренең киҫкенләшеп китеүе бер кемгә лә сер түгел. Рәсәй илселеге был хәлде көйләргә тырыша-тырышыуын, әммә киреһенсәрәк килеп сыға. Ике ил араһындағы ҡатмарлы шарттарҙа АҠШ-тың яңы тәғәйенләнгән Дәүләт секретары Джон Керри үҙенең тәүге оҙайлы сит ил сәфәренә юлланды. Ул Бөйөк Британия, Германия, Италия, Төркиә, Мысыр, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм Катар кеүек илдәрҙең баш ҡалаларында буласаҡ. Ошо илдәрҙән сығып фекер йөрөткәндә лә АҠШ-тың тышҡы сәйәсәте ҡайһы тарафтарға йүнәлтелгәнен тоҫмаллауы ҡыйын түгел. Уның сәфәре 6 мартҡа тиклем һуҙыласаҡ. 26 февралдә Джон Керри Берлинда Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән осрашасаҡ. Аналитиктар билдәләүенсә, был осрашыуҙа ике ил араһында килеп тыуған проблемаларҙы асыҡтан-асыҡ тикшереү көтөлә. Ә улар бихисап. Сүриә мәсьәләһендәге аңлашылмаусанлыҡтарға “Магнитский акты”, “Дима Яковлев законы” өҫтәүенә Техас штатында Рәсәйҙән уллыҡҡа алынған Максим Кузьминды ата-әсәһе тарафынан үлтерелеүе хәлде тағы ла ҡатмарлаштырып ебәрҙе. Быларҙан тыш, КХДР, Иран мәсьәләләрендә лә уртаҡ фекергә килеү талап ителә. Йәғни был йәһәттән илселәргә эш етерлек. Джон Керри үҙ сәфәре барышында Италияла Сүриә оппозицияһы етәкселәре менән дә осрашасаҡ. Быны Италия Хөкүмәте үҙе ойоштора. Италия тигәндән, бында 24-25 февралдә парламент һайлауҙары үтте. Төп иғтибар, әлбиттә, өс тапҡыр премьер-министр вазифаһын биләгән Сильвио Берлускониға йүнәлтелгәндер. Европа союзында уның власҡа яңынан әйләнеп ҡайтыу ихтималлығынан хәүефләнәләр.

Беҙҙән – самолет, уларҙан – сусҡа

Ошондай шарттарҙа Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев эш сәфәре менән Латин Америкаһы илдәрендә йөрөп ҡайтты. Башта ул Бразилияла булды. Әйткәндәй, Дмитрий Анатольевич 2008 йылда Рәсәй Президенты вазифаһында Бразилияла бер булып киткәйне инде. Ул ваҡытта донъя иҡтисады тәрән финанс көрсөгө кисерә ине. Бөгөн иһә хәл иҡтисади йәһәттән дә, сәйәси яҡтан да бер ни тиклем ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Рәсәй Бразилия менән уңышлы ғына хеҙмәттәшлек итеп килә. Быны БРИКС (Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһы) илдәре хеҙмәттәшлегенән дә асыҡ күрергә була. Әйткәндәй, 2015 йылда БРИКС илдәренең саммиты Рәсәйҙә, Өфө ҡалаһында уҙасаҡ. Рәсәй Премьер-министрының Бразилияға эш сәфәре барышында ике ил араһындағы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү йүнәлешендә байтаҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Рәсәй быға тиклем дә Бразилия менән ауыл хужалығы, оборона, Йыһанды үҙләштереү йүнәлешендә хеҙмәттәшлек итеп килә ине. Быныһында иһә Бразилия Рәсәйҙән 2,4 миллиард долларға һауа һөжүменән һаҡланыу системаһы һатып алырға килеште. Бынан тыш, Рәсәй бер нисә СУ-35 истребителен һатасаҡ. Бразилиянан алмашҡа сусҡа ите, бойҙай киләсәк. Үҙебеҙҙә етештереп булғанды сит илдән һатып алыу сәйер, әлбиттә. Тик ни хәл итәһең: илебеҙ әлегә үҙ-үҙен туйындырырлыҡ хәлдә түгел шул. Быға тиклем дә Бразилия Рәсәйҙе ошондай аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп килде. Мәҫәлән, Рәсәйгә индерелгән сусҡа ите күләме буйынса ул әле икенсе урында тора.
Осрашыу барышында шулай уҡ БРИКС илдәренең банк системаһын үҫтереү мәсьәләһе лә ҡаралды. Энергетика, юғары технологияларҙы үҫтереү йүнәлешендәге берлектәге проекттарҙы финанслағанда кредит линиялары асыу мөмкин буласаҡ. Сауҙа бәйләнешен артабан нығытыу маҡсатында милли валютаны ҡулланыу мөмкинлеге лә ҡаралды. Был йәһәттән Рәсәйҙең Ҡытай, Һиндостан кеүек илдәр менән эшләү тәжрибәһе бар. Бразилия иһә Аргентина менән ошо ысулды яйға һалған. Был мәсьәлә быйыл март айында Көньяҡ Африка Республикаһында үтәсәк БРИКС илдәре саммитында тағы ла ҡараласаҡ тип көтөлә.

Союздаш булһаң, ғәфү итәләр

Бразилиянан һуң Дмитрий Медведев Гаванаға юлланды. Куба менән мөнәсәбәттәр СССР ваҡытынан уҡ һәйбәт ине. Әммә Куба халҡы ошоға тиклем Ельциндың хыянатын кисерә алмай килде, шикелле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, “Азатлыҡ утрауы” тип иҫәпләнгән илдә Рәсәйгә ҡарата йылы ҡараш йәшәй. Заманында был төбәктә Куба АҠШ агрессияһына ҡаршы торған берҙән-бер ил булды. Ярай әле хәҙер Венесуэла, Никарагуа кеүек илдәр Кубаға теләктәшлек күрһәтә башланы. Дмитрий Анатольевичтың был сәфәренән һуң Куба халҡының Рәсәйгә ҡарата үпкәһе онотолор, бәлки. Ни өсөн тигәндә, Медведев Кубаның СССР-ҙан Рәсәйгә күскән 30 миллиард доллар бурысының бер өлөшөн ғәфү итеүе, бер өлөшөн 10 йылға кисектереү хаҡында белдерҙе. Эйе, дуҫлыҡ хаҡын аҡса бизмәненә генә һалып үлсәп булмайҙыр инде. Бөгөн аҡсаға ҡарағанда Рәсәй өсөн был төбәктә ныҡлы союздаш булдырыу мөһимерәк. Рәсәйҙең союздаштар арттырам тип миллиардлап мәрхәмәтлек ҡылыуы үҙен аҡлармы — быныһын ваҡыт күрһәтер.


Вернуться назад