Арзан торлаҡ көткәндә...23.02.2013
Эш сәфәре менән Өфөгә килгәнендә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич “Эконом класлы торлаҡ төҙөлөшө, күп балалы ғаиләләргә ер бүлеү мәсьәләләре” темаһына кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Михаил Бабич әйтеүенсә, арзан торлаҡ төҙөү эшенең иң башында торабыҙ. Был беҙҙең республикаға ғына хас түгел, хәл тотош ил буйынса шундай.
— Бөгөн эконом класлы торлаҡты күпләп төҙөү мөмкинлеге Федераль торлаҡ төҙөлөшө фондында ғына бар. Уларға хаҡты төшөрөүгә аукцион үткәреү хоҡуғы бирелгән. Төҙөүсе компанияға ер нуль ставкаһы буйынса тапшырыла, бының өсөн ул фатирҙарҙы билдәләнгән хаҡҡа һатырға вәғәҙә итә, — тине ул.
Тулы хоҡуҡлы вәкил әйтеүенсә, быйыл уҡ норматив-хоҡуҡи базаны формалаштырырға һәм йорттар төҙөй башларға кәрәк, оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Был өлкәлә федераль закон талап ителә, әле уның проекты Дәүләт Думаһына тәҡдим ителгән һәм беренсе уҡыуҙа ҡаралған.
Эште тиҙләтеү кәрәклеге менән Рөстәм Хәмитов та килешә. Уның фекеренсә, квадрат метрҙың хаҡы айлыҡ эш хаҡына тиң булырға тейеш. Шул саҡта ғына торлаҡ алыу хәлдән килерлек буласаҡ.


Вернуться назад