Ҡаҙна мөмкинлектәре ҡаралды23.02.2013
Республика Хөкүмәте йортонда үткән кәңәшмәлә Башҡортостан бюджеты мәсьәләләре тикшерелде. Унда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Рәсәй Президентының 2012 йылдың 7 майында ҡул ҡуйылған указдарында билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшеү өсөн республика ҡаҙнаһының мөмкинлектәре ҡаралды. "Бының өсөн төбәк бюджеттарының ни ҡәҙәр тотороҡло булыуын аңлау зарур. Беҙ мөмкинлектәрҙе дөрөҫ баһаларға һәм указдарҙың методологик, хоҡуҡи һәм финанс йәһәттән тәьмин ителеше тураһында ил башлығына тәҡдимдәребеҙҙе индерергә тейешбеҙ", — тине Тулы хоҡуҡлы вәкил.