Һыуытмайыҡ араларҙы15.12.2011
Һыуытмайыҡ араларҙыФинляндия делегацияһының республикаға сәфәре дауам итә. Кисә Конгресс-холда башҡорт-фин эш төркөмөнөң ултырышы булды. Һүҙ иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу тураһында барҙы.
Сит ил ҡунаҡтарын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов сәләмләне. Ул Башҡортостан менән Финляндия араһындағы бәйләнештең тарихы 1994 йылдан башланыуын хәтергә төшөрҙө, әлеге осрашыуҙың 15-се булыуын билдәләне.
— Ошо ваҡыт эсендә финдар үҙҙәрен эшлекле һәм ышаныслы партнер итеп күрһәтте. Беҙ машиналар эшләү, телекоммуникациялар, урман хужалығы, ауыл хужалығы комплексы, нефть һәм нефть химияһы буйынса, шулай уҡ башҡа бик күп өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа аралар бер ни тиклем алыҫайҙы, — тине ул.
2010 йылда ике республика араһындағы тауар әйләнеше күләме 235 миллион доллар тәшкил иткән, уның 227,9 миллион доллары — экспортҡа, 7,1 миллионы импортҡа тура килә. Шулай булһа ла, башҡа сит илдәр менән сағыштырғанда, Финляндия менән ике яҡлы сауҙа күләме артыҡ ҡәнәғәтләнерлек түгел. Тамамланып килгән йылдың ғинуар – сентябре һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Финляндия 1,4 процент өлөш менән ни бары 17-се урында килә. Беҙ уларға башлыса химия продукттары — бутил һәм изобутил спирты, кальцийлы сода, натрий гидрокарбонаты, яғыулыҡ-энергетика тауарҙары һатабыҙ. Улар беҙгә ҡара металл һәм унан эшләнгән әйберҙәр, нефть һәм нефть продукттары, ҡағыҙ, химия продукттары, машиналар, транспорт ебәрә.
Бөгөн Финляндияның Башҡортостанға һалған инвестициялары ла маҡтанырлыҡ түгел. Быйылғы йылдың октябренә ҡарата ул 36 мең доллар тәшкил итә.
Хәҙер ике яҡ та иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытырға һәм ҡеүәтте арттырырға ниәтләй. Ултырыш ваҡытында фәнни һәм юғары белем биреү өлкәләрендә лә хеҙмәттәшлекте нығытыу тураһында һүҙ барҙы. Лаппеенрант университеты ректоры Илка Пеухенен үҙенең вузы һәм уның мөмкинлектәре хаҡында һөйләһә, Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов Финляндия менән Башҡортостан араһында ғилми-белем биреү йәһәтенән хеҙмәттәшлекте көсәйтеү мөмкинлектәре тураһында бәйән итте.
Осрашыу һуңында Фин-Рәсәй сауҙа палатаһы һәм Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад