Юрист кәңәштәре22.02.2013
Яуаплылыҡ уның өҫтөндә
— Һаумыһығыҙ. Минең ағайымдың дүрт-биш банктан алған кредиты бар. Ул түләмәне. Аҙаҡ бурысын ҡайтарыуҙы талап итеп коллекторҙар килә башланы, әммә улар ҙа түләргә мәжбүр итә алманы һәм һуңғы арала килеүҙән туҡтап торҙолар кеүек. Әле ағайым төрмәлә ултыра, тағы алты йыл унда буласаҡ. Хәҙер атай-әсәйем ошо ваҡыт эсендә проценты тағы ла артыр һәм уларҙы түләргә мәжбүр итерҙәр тип ҡайғыра башланы. Ә ағайым уларҙың йортонда теркәлгән.
Әминә, Нефтекама ҡалаһы.
— Һаумыһығыҙ! Хәл күңелле түгел, әммә атай-әсәйегеҙ артыҡ ҡайғырмаһын. Ул әллә ҡасан бәлиғ булған һәм эш-ҡылыҡтары өсөн үҙе яуаплы. Шулай булғас, атай-әсәйегеҙ мөлкәте өсөн борсолмаһын. Рәсәйҙә ниндәй ҙә булһа милекте йәки мөлкәтте ни бары суд ҡарарына ярашлы һәм ни бары суд приставтары ғына тартып ала ала. Ә коллекторҙарҙы өйөгөҙгә яҡын да ебәрмәгеҙ. Ил ҡануниәтендә уларҙың эшмәкәрлеген регламентлаусы бер генә норма ла юҡ. Шуға күрә уларҙың янауҙары законһыҙ һәм быны талау тип иҫәпләргә була.
Аҡсаны банк ҡайтара
— Ҡалалағы эре сауҙа үҙәктәренең береһендә банк картаһы буйынса итек алғайным. Тиҙ арала ул йыртылып сыҡты, һәм мин уны кире илтеп бирергә булдым. Әлбиттә, магазин браклы тауарын кире ҡабул итеп алды һәм аҡсаны ҡайтарып бирергә ризалашты. Әммә әйберҙең хаҡын ҡулаҡса менән ҡайтара алмауҙарын әйттеләр. Аҡса бер нисә аҙнанан карточкаға күсереләсәк, тинеләр. Был законлымы?
Рита, Өфө ҡалаһы.
— Ҡулланыусылар ошо проблема менән йыш мөрәжәғәт итә башланы. Эйе, был осраҡта һатыусылар хаҡлы. Ни өсөн икәнлеген аңлатам. Тауар һатып алған саҡта, ҡағиҙә булараҡ, һатып алыусы менән магазин араһында килешеү төҙөлмәй, шуға күрә был һорауға яуапты ҡануниәттән эҙләргә кәрәк.
Рәсәйҙең Үҙәк банкы тураһындағы закондың 29-сы статьяһына ярашлы, ҡулаҡса менән түләгән саҡта Үҙәк банктың банкноталары һәм тимер аҡсалары законлы түләү сараһы булып иҫәпләнә. Әммә һеҙҙең осраҡта һүҙ ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү тураһында бара. Ғәмәлдәге ҡануниәт был хаҡта бер ни ҙә билдәләмәгән. Шулай итеп, һатыусы менән магазин араһында килешеү булмағас, яҡтар аҡсаны нисек ҡайтарыу тураһында алдан бер ниндәй документ төҙөмәгән. Закон был мәсьәләне көйләмәгәс, магазин үҙе теләгәнсә эшләй ала: хаҡты карточкаға ҡайтара йәки ҡулаҡса менән бирә. Тик бында тағы бер яғы бар: магазин менән банк араһында төҙөлгән килешеүҙең шарттары буйынса, магазин кире ҡайтарылған тауарҙың аҡсаһын банк карточкаһына ғына күсерә ала. Карточкаға аҡсаның ҡасан күсерен магазин түгел, банк үҙе билдәләй. Ғәҙәттә был бер нисә аҙна ваҡытты ала. Шуға күрә түҙемле генә көтөүҙән башҡа сара ҡалмай.