Баш ҡала хакимиәтендә үҙгәреш15.12.2011
14 декабрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында Өфө ҡала Советы ултырышы булды. Унда Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Качкаевтың, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланыу сәбәпле, уның вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Совет ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡатнашты.
Ҡала Советы депутаттары конкурс һөҙөмтәләре буйынса яңы башлыҡ тәғәйенләнгәнгә тиклем Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыуҙы ваҡытлыса Ирек Ялаловҡа йөкмәтеү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Әлегә тиклем Ирек Ялалов Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры булып эшләне.
Т.Заманов


Вернуться назад