Салауат Сәғитов — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары15.12.2011
Салауат Сәғитов — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары13 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Салауат Сәғитовты республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне, тип хәбәр итә Президенттың матбуғат хеҙмәте.
Салауат Тәлғәт улы Сәғитов 1977 йылдың 22 апрелендә Өфөлә тыуған. 1999 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. Ошо уҡ йылда Өфө ҡалаһы хакимиәтендә төп белгес булып эшләй башлай. Төрлө йылдарҙа Өфө хакимиәтенең Мәҙәниәт идаралығы начальнигы урынбаҫары, Йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы, унан һуң комитет рәйесе, республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры урынбаҫары була. 2010 йылдан — Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров районы хакимиәте башлығы.
С.Т. Сәғитов — Фән һәм техника өлкәһендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.
Л.Иҫәнғолова


Вернуться назад