Тағы ла торлаҡ хаҡында20.02.2013
Торлаҡ мәсьәләһе Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҡала һәм район үҙәктәрендә лә киҫкен ҡалыуын дауам итә. Иң ныҡ “тешләшкән” хаҡтар баш ҡалала, әммә бәләкәйерәк ҡалалар ҙа ҡалышырға теләмәй. Бик күптәргә фатир һатып алырға аҡсаһы етмәй, ипотека шарттары ла бәкәлгә һуға. Фатир яллап тороусылар ҙа артыҡ отмай — айлыҡ түләү хаҡы килемдең ҙур өлөшөн ала.

Хәлдәрҙең ошондай торошо хаҡында республика власы ла хәбәрҙар һәм мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләй. Кисә Республика йортонда уҙған кәңәшмәлә лә һүҙ шул турала барҙы. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, беҙгә ҡуртымға алынған торлаҡ баҙарын яйға һалырға кәрәк.
— Ҡуртымға биреү өсөн махсус торлаҡ төҙөү мәсьәләһен күтәрәбеҙ. Республика өсөн был яңы күренеш. Махсуслашҡан бындай төҙөлөш юҡ хәлендә. Ә торлаҡ мәсьәләһен хәл итмәй тороп, халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә һәм артабан алға китә алмайбыҙ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Һүҙ ҙә юҡ, республикала торлаҡ төҙөлә, ул артҡандан-арта бара. Әммә был ғына етмәй, икенсе яҡтан, арзан, социаль торлаҡ бөтөнләй төҙөлмәй тиерлек. Бөгөн торлаҡ баҙары “ҡыҙған” һәм хаҡтарҙың артыҡ юғары булыуы ла һәр кемгә мәғлүм.
— Беҙгә тәү сиратта бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙе, аҙ тәьмин ителгәндәрҙе, йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итергә кәрәк. Социаль ҡуртымдағы торлаҡтың хаҡы баҙар хаҡынан күпкә түбән булырға тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов. — Әлбиттә, был проблеманы тулыһынса хәл итмәй, әммә ҡуртым торлағы үҙ йортоңдо алыу өсөн старт майҙансығы булырға тейеш. Эре предприятиелар корпоратив ҡуртым өсөн торлаҡ төҙөү менән шөғөлләнһен ине.
Үҫешкән илдәрҙә фатир яллап йәшәү — ғәҙәти күренеш. Уларҙа был мәсьәләне дәүләт үҙе ҡайғырта һәм төҙөлөштөң ҙур өлөшөн субсидиялай. Рәсәйҙә бөтәһе лә киреһенсә, торлаҡтың ҙур өлөшө шәхси ҡулдарҙа. Президент фекеренсә, был мәсьәлә буйынса федераль министрлыҡтар, Ипотека торлаҡ кредитлауы агентлығы, махсуслаштырылған фондтар менән бергә эшләргә кәрәк.
Эйе, фатир яллау бөгөн проблема түгел. Ул шәхси бизнес кеүек хәтәр үҫешкән. Әммә был баҙар күләгәлә ҡала. Уға легаль бизнес тип ҡараусылар һирәк. Ҙур-ҙур һалымдар юғала. Өфөлә генә үҙәктән ситтә ятҡан ябай бер бүлмәле фатир яллау айына 16 – 20 мең һум тора. Ә элиталыларының хаҡы — 50 мең һум һәм унан да ҡиммәтерәк. Тағы бер мәсьәлә — риэлторҙар. Улар менән дә аҡса бүлешергә кәрәк. Хәл итәһе мәсьәләләр аҙым һайын...
Кәңәшмәлә министрҙар, республиканың ҡала һәм райондары хакимиәттәре башлыҡтары һәм уларҙың урынбаҫарҙары, төрлө төҙөлөш фондтарының генераль директорҙары һәм башҡа яуаплы кешеләр ҡатнашты. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Камил Мансуров, республиканың “Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды” генераль директоры Дамир Миңлебаев, Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалалары хакимиәттәре башлыҡтары һәм башҡалар аныҡ тәҡдимдәр менән сығыш яһаны, үҙҙәренең күҙаллауҙарын һәм проекттарын тәҡдим итте.


Вернуться назад