Һайлау кампанияһы юғары баһаланды15.12.2011
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов исеменә “Граждандар көсө” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Валерий Ивановскийҙан хат килде. Ул 2011 йылдың 4 декабрендә парламентҡа һайлау көнөндә Башҡортостанда үткән һайлауға йәмәғәт контролен тормошҡа ашырған халыҡ-ара эксперттарҙы, Европарламент депутаттарын йылы һәм ихлас ҡабул иткәне өсөн рәхмәт белдергән.
“Башҡарма власть һәм беҙҙең ойошма тарафынан оҫта ойошторолған команданың уртаҡ тырышлығы һәм берҙәмлеге һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республикаһында сит ил эксперттарының эше өсөн яҡшы шарттар булдырылғайны”, — тиелә хатта.
Валерий Ивановский республикала үткән һайлау кампанияһына юғары баһа биргән һәм уның тураһында, тотош төбәк хаҡында ыңғай тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан, шулай уҡ Рөстәм Хәмитовҡа һөнәри эшмәкәрлектә уңыштар теләгән.
Л.Дәүлиева


Вернуться назад