Карталар бер аҙ көттөрә19.02.2013
Рәсәй Хөкүмәте 2014 йылдан башлап бөтә граждандарға ла универсаль электрон карталар биреү хаҡында планды ҡайтанан ҡарай. Проекттың ҡиммәткә төшөүе — бының төп сәбәбе.
Әле “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында”ғы закондан граждандарға мотлаҡ УЭК биреүҙе күҙ уңында тотҡан статьяны алып ташлау күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта картаны ғариза буйынса алырға мөмкин.
Башҡортостанда халыҡҡа уңайлы булһын өсөн теләк буйынса универсаль электрон карталар сығарыу быйыл ғинуарҙа башланды. Ғаризалар ҡабул итеү һәм УЭК тапшырыу пункттары Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Бөрө, Сибай, Белорет, Салауат, Нефтекама һәм Мәләүез ҡалаларында ойошторолдо. Был йәһәттән Башҡортостан илдә алда килә. Бөгөнгәсә республикала 2 мең самаһы ғариза тупланған. Карталар 18 февралдә тапшырыла башларға тейеш ине, әммә, “Гознак”тың Пермдәге филиалынан ваҡытында килеп етмәү сәбәпле, бер аҙнаға кисектерелде.